А/хужалығы
8 Июня 2021, 06:25

Ат бәйгелә һынала

Башҡорт һабантуйын ат сабыштарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Халҡыбыҙ тормош-көнкүрештә лә, юлда ла, яуҙа ла төп юлдашы булған йылҡы малын байрамдарҙа күрһәтеүҙе, яҡшы аттарҙы бәйгелә ярыштырыуҙы төп урындарға ҡуйған.

ҡуйған. Әүәл замандарҙан ҡал-ған аттың етеҙлеген, һыбайлының саялығын һынаған ҡомарлы һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле лә был ғөрөф-ғәҙәт хәҙерге һабантуйҙарҙың да йәме булып, бик күп тамашасыларҙы үҙе ти-рәләй йыя. Ҡан хәтере юйылмай тиеүҙәре раҫтыр...
Йылдағыса һабантуйҙың ат сабыштары программаһын пониҙар асты. 600 метрлыҡ дистанцияла «Юрға» ат-спорт мәктә- бенең Мустанг һәм Апельсинка ҡушаматлы бәләкәй аттарын эйәрләгән Юлиә Зарипова һәм Артем Яныбаев финиш һыҙығын беренсе һәм икенсе булып үтте. Өсөнсөнө үҙенең Емеляһында Мария Агапова (аттың хужаһы Ярослава Кузнецова) яуланы.
Ике йәшлек башҡорт тоҡомло аттар 1200 метрға ярышты. Яңы өйрәтелгән уйнаҡлап торған йәш тайҙарҙы ауыҙлыҡлаған һыбайлыларҙың бер әйләнешлек дистанцияла ла ҡара тирҙәре сыҡҡандыр, моғайын. Стартҡа һигеҙ ҡатнашыусы баҫһа, бер ат баш бирмәй ярыштан сыҡты. Был заезда Әбйәлил егеттәре һынатманы. Исеменә күрә есеме: Толпарҙа елгән Нургиз Ғәбитов (Батыр Ғәбитов) ал бирмәне. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Альберт Ласыновтың Ғилмияза һәм Уклон ҡушаматлы аттарында Арслан Рәхимов менән Фәнзил Йосопов бүлеште.
Өс йәшлек һәм унан олораҡ төрлө тоҡомло аттар дүрт әйләнешлек дистанцияла, йәғни 4800 метрға ярышты. Дәғүәселәрен байтаҡ артта ҡалдырып, старттан финишҡа тиклемге арауыҡ-ты 6,52 минутта сабып уҙған Учалынан Шатлыҡ ҡушаматлы ат үҙенең хужаһы Рөстәм Фазыловҡа ла, оҫта һыбайлыһы Ди-нар Фазлетдиновҡа ла еңеү шатлығы килтерҙе. Икенсе урынға Баймаҡтан килгән Малай ҡушаматлы атта Айсыуаҡ Аҡылов (Булат Ласынов) лайыҡ булды. Мәхмүт егете Илнар Таһиров (Назар Таһиров) Принцессаһы менән өсөнсө урынды ҡулдан ысҡындырманы.
Дүртенсе заезда фәҡәт Әбйәлил юртаҡтары ғына ярышты. Ябыҡ ярышҡа күрше райондар-ҙан, башҡа төбәктәрҙән килеү-селәр индерелмәне. Аттарҙың ҡайҙан, кемдең хужалығынан булыуын асыҡлауы хәҙер бик анһат, чиптарына ҡарап ҡына билдәләйҙәр. Стартҡа ун бәйгесе сыҡты, еңеү өсөн ярыш бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыу барҙы. Бында өс йәшлек һәм унан олораҡ төрлө тоҡомло аттар ярышты. 6000 метрлыҡ дистанция етеҙлектән тыш, сыҙамлылыҡҡа ла һынаны. Һәр һыбайлының үҙ алымы. Кемдәрҙең башта аттарын артыҡ ҡыумай, алдағыларҙан да бик үк ҡалмай көстө аҙаҡҡа һаҡлаһа, берҙән-бер һыбайлы ҡыҙ Наташа Абдуллина (Илгизәр Ишбаев) беренсе әйләнештән үк Диуанаһы менән алға ынтылды һәм берәүҙе лә алға сығарманы. Афарин, бик ҡыйыу һәм сая ҡыҙ икәнһең! Сейнт Остин ҡушаматлы аты менән Рәфис Фәтҡуллин (Зөлфәр Мөхөтдинов) үҙҙәрен бик шәп финишер итеп күрһәтте. Һуңғы әйләнештә уҡтай атылып, артҡы позицияларҙан икенсе урынға сыҡты улар. Өсөнсө урында Самурайҙы эйәрләгән Фәнзил Йосопов (Ғәлим Яуынбаев) билдәләнде.
Бәйгелә ҡатнашыуға биш ғариза ҡабул ителһә, стартҡа иһә дүрт кенә ат сыҡты. Дистанция еңелдән түгел — 8500 метр, ете әйләнеш! Был сабышта сит яҡтарҙан килгән һыбайлылар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды. Сармат ҡушаматлы атта Динар Мостафин (Учалы, Радик Фәслитдинов) — беренсе, Блондинда Венер Байғужин (Баймаҡ, Рәсих Байғужин) — икенсе, Амурҙа Айсыуаҡ Асҡаров (Бай-маҡ, Илсур Сыңғыҙов) өсөнсө урын яуланы.
Ат сабыштары майҙанынан алыштырғыһыҙ комментатор —«Юрға» ат-спорт мәктәбе директоры Басир Дәүләтшин бик йәнле һәм мауыҡтырғыс репортаж алып барҙы. Башҡорт аты тураһындағы төплө мәғлүмәттәр һәм халҡыбыҙ ижадынан мәҡәл-әйтемдәр һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты. Көйәрмәндәр исеме- нән уға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Читайте нас