А/хужалығы
11 Июня 2021, 05:45

Иңдәрендә ил ғәме

Һабантуйҙың йәме лә, мәртәбәһе лә, мәғәнәһе лә — ауыл эшсәндәре. Күкрәктәренә «Сәсеү батыры» таҫмаһын тартҡан ағай-ҡустыларға айырыуса ихтирам менән һоҡланып ҡарайым. Ябай механизаторҙар ғына түгел улар. Иңдәренә ил ғәмен күтәргән икмәк үҫтереүселәр! Быйылғы һабантуйҙа алдынғы хеҙмәттәре өсөн хөрмәтләнеүсе ялан батырҙары араһында «Красная Башкирия» АХК-һы механизаторы Таһир Вилданов «Сәсеү батыры» исеменә икенсе тапҡыр лайыҡ булды.

Таһир ағай үҙ хеҙмәт дәүерендә туғыҙынсы сәсеү кампанияһын теүәлләгән. Механизаторлыҡ стажы — 11 йыл. Ә дөйөм хеҙмәт стажы иһә 32 йыл. Ҡайҙа тыуған — шунда кәрәккән тигән кешеләр рәтенән ул. Һамар 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, СПТУ-ға механизаторҙар курсына уҡырға инә. Иҫ белгәненән «техника ене» ҡағылып (данлыҡлы «Красная Башкирия» совхозының Һамар бүлексәһе механизаторы Рәшит Вилдановтың улы бит әле ул), тимер-томор уйнатып үҫкән ауыл малайы башҡа һөнәр хаҡында уйламай ҙа. Ләкин танытма алырға яҙмай. Уҡыуын ташлап ҡайтып, көтөүсе булып малсылыҡҡа төшә. Был тармаҡтағы эш тә тыуа-тыуғанынан таныш, һауынсы булған әсәһе менән ферма-йәйләү юлынан әҙ йөрөмәгән. Шулай итеп, 16 йәшенән хеҙмәт юлын башлай ул. Армияға тиклем өс йыл йылҡы көтә. Ҡайтҡас, фермаға килә.
Ир уртаһына еткәс, ниһайәт, тракторға ултырырға насип була. Хужалыҡ етәкселегенең тәҡдиме менән һөнәрселек училищеһында тергеҙелеп, уҡыуын тамамлап ҡуя. Башта Т-150 тракторын ауыҙлыҡлай. «Оҙон» аҡса эҙләп, бер-ике йыл ҡырҙа ла йөрөп ҡарай. «Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң баҡыры ла юҡ, тиеүҙәрен үҙемдең миҫалымда татып, өй өҫтө эшләүгә бер ни етмәй тип, кире ҡайттым», — ти ул. Эшләйем тигән кешегә урындағы хужалыҡта ла эш етерлек. Бигерәк тә механизаторҙарға ихтыяж ҙур. Таһир ағай ҙа йыл әйләнәһенә эштә. Ағымдағы яҙғы сәсеү эштәре барышында үҙенә беркетелгән «Джон Дир» тракторында 724 гектар баҫыу майҙанын тырматҡан. «Челленджер» сәскесе менән 936 гектарҙа көнбағыш, кукуруз сәскән. Әлеге мәлдә мал аҙығы әҙерләүгә, ураҡҡа сығасаҡ техниканы көйләү-ремонтлауҙа ҡатнаша. Ураҡ мәлендә комбайнға ла ултыра.
— Эшемдән бик ҡәнәғәтмен. Яҡшы хеҙмәт хаҡы алабыҙ. Заманса техникаға идара итеүе йән рәхәте! Кабиналағы түҙеп торғоһоҙ эҫелеккә ҡара янып, баҫыу саңы йотоуҙар үткәндәрҙә ҡалды. Уңайлыҡтар, мөкинлектәр булдырылғанда тырышып эшләргә генә ҡала, — ти баҫыу батыры.
Читайте нас