Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йод менән байытылған һөт ризыҡтары сығарырға әҙерләнәләр. Кәрәкле документтарҙы алғандан һуң «Һөт кухняһы» предприятиеларында биойодлы продукция етештерелә башлай.
Был хаҡта Башҡортостандың сауҙа министры Алексей Гусев республика хөкүмәтендәге оперативкала хәбәр итте. «Бөтә донъяла йодҡа ҡытлыҡ проблемаһы бар, был мәсьәлә республикабыҙ өсөн дә көнүҙәк. Әле биойод рәүешендәге өҫтәмә әҙерләйбеҙ: йодтың молекулаһы аҡһымдың молекулаһына индерелә», — тине ул.
Хәҙер йодлы һөт аҡһымы менән байытылған һөт продукцияһын лабораторияла һынау бара. «Рецептура һәм техник шарттар беҙҙең төбәк яраҡлы эшләнгән», — тип билдәләне министр.