А/хужалығы
17 Июня 2021, 06:09

Дүрт йылда ете проект

Башҡортостанда дүрт йыл эсендә 3,4 миллиард һумға ете аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте проекты тормошҡа ашырылған.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда дүрт йыл эсендә 3,4 миллиард һумға ете аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте проекты тормошҡа ашырылған.
Әлеге мәлдә 50,8 миллиард һумлыҡ 42 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. 2020 йылда пандемияға бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан тармаҡ тотороҡло эшләне, аҙыҡ-түлек дефициты күҙәтелмәне. Һуңғы йылдарҙа “Сәнәғәт” милли проекты сиктәрендә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек арта, импорт кәмей. Республика 2021-2026 йылдарға аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын ҡабул итте. 25- 26 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы” бөтә Рәсәй форумында уның презентацияһы буласаҡ. Был программа яңы һәм әле булған етештереүҙе модернизациялауҙы, республика тауарҙарын популярлаштырыу һәм пропагандалауҙы, бәләкәй етештереүселәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Концепцияны тормошҡа ашырған хәлдә аҙыҡ-түлек етештереү күләме ике тапҡырға артып, йылына 200 миллиард һумға етәсәк.
Читайте нас