Киров исемендәге колхоздың Әбделмәмбәттәге һарыҡ фермаһында бәрәс ҡараусы, унан эре малдарға күскәс, яһалма ҡасырыусы, фуражир булып эшләй. Ил ҡоролошондағы үҙгәртеп-ҡороуҙар ауыл хужалығына ла ҡағылып, колхоздар тарҡалған, ауыл эшсәндәре билдәһеҙлек алдында аптырап ҡалған мәлдә Сания апайҙы икенсе яҡтан шәхси тормошондағы ҡаза һеңгә-ҙәтә. Мотоциклда юл фажиғәһенә тарыған ире, умыртҡа һөйәген йәрәхәтләп, хәрәкәт-һеҙ ҡала. Төҙөлөп бөтөл-мәгән өй, ике бәләкәй бала, эштә тотороҡһоҙлоҡ... Ҡапыл донъя түңкәрелгәндәй тойола. Ғаиләһе хаҡына бөтә ихтыярын йоҙроҡҡа туплап, сабырлығы менән ауыр-лыҡтарға ҡаршы тора. Ип-тәшен тәрбиәләгән өсөн түләнгән пособиеға ғына ҡарап ҡалған саҡтарҙы ла үткәреп ебәрә.
Шөкөр, ул саҡта өҫтөнә өйөлгән яфалар ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып хәте-рендә ҡалған Сания Бикбулат ҡыҙының. Ҡыйынлыҡ- тарҙы бергәләп күтәргән Мортазиндар үҙ донъяларын ҡороп ингән, балаларын эшкиндереп, башлы-күҙле иткән, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтере-шәләр. Өлфәт ағай артабан инвалид коляскаһы менән йәшәргә яраҡлашыу ғына түгел, ә ғаилә башлығы булараҡ, хәленән килгәнсә хужалыҡ эштәренә яуаплылыҡты ла иңенә алған. Балаларына матур тәрбиә, белем биргәндәр. Азамат, ауыл хужалығы университетының иҡтисад факультетын тамам-лаған, район хакимиәтендә ремонт-төҙөлөш төркөмө директоры булып эшләй. Әлиә Магнитогорск техник университетын бөтөп, ҡалала донъя ҡорған.
Сания Мортазинаның 2015 йылда, эш башлаусы фермерҙарға бирелеүсе грантҡа конкурста ҡатнашыуы ла, ғаилә менән күмәкләп хәл ителгән ҡарар була. Грант алғас, һыйыр башын ишәйтәләр, кәрәкле техника һатып алалар. Фермерлыҡ эшен алып барыуҙы, бигерәк тә документтар менән эште, отчеттар башҡарыуҙы иҡтисадсы улының ярҙамынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Азамат ауылға ҡайта һалып ҡураларҙы ҡырып таҙартып китергә лә, йәйгеһен бесән әҙерләргә лә ваҡыт таба. Ғаилә эшен булдырғас, Өлфәт Рафиҡ улының да хәстәрҙәре бермә-бер артҡан. Элгәре йорт-ихата эсендә генә үҙенә шөғөл тапҡан уҙаман хәҙер ферма тирәһенән ҡайтышмай. Махсус ҡулайлаш-тырылған машинаһы менән йәйләүгә лә сығып китә. Иренең йәшәүҙән мәғәнә табып, дәртләнеп китеүенә ҡыуанып бөтә алмай ҡатын. Ҡыҙҙары иһә өй эштәрен һыпырып башҡара. Сөнки фермер хужабикәнең өйгә ҡулы теймәй, өлгөрә алмай киткән саҡтары ла була. Хөсәйендәге йәйләүҙәренә һауынға ғына машина менән көнөнә ике барып әйләнә ул. Бөгөн уларҙың хужалығында һауын һыйырҙары — 21 баш. Һөттө көнөнөкөн көнөнә Ҡыҙылдан эшҡыуар һатып ала.
— Бер йылы һыйырҙар һанын утыҙҙан арттырып ебәргәйнек. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында һәнәккә элерлек тә бесән эшләй алмағас, байтаҡ малды тотонорға, аҙыҡты тулыһынса һатып алырға тура килде. Быйыл һөт түбән. Үләндең һуты юҡ. Былтыр ошо мәлдә 280 – 300 литр һөт һауһаҡ, әле 200-гә төшөп китте. Малсылыҡ — еңел табыш килтергән тармаҡ түгел. Күп хеҙмәт көсө һалыуҙы талап итә, икенсенән, йылдарҙың нисек килеүе лә йоғонто яһай, — ти Сания апай.
Башта рәсми рәүештә малсы һәм һауынсы алған булһалар, улар үҙ теләктәре буйынса эштән киткән. Бөтә эштәрҙе лә башлыса Мортазиндар үҙҙәре алып бара хәҙер. Һәр ҡайһыһының үҙ бурысы. Килен-кейәүҙәре лә дөйөм эшкә өлөш индерә.
«Белгән эш беләкте талдырмай. Эшле, ғәмле, өҫтәл тулы һыйлы булып йәшәүе үҙе бәхет», — ти был бәхетте үҙ ҡулдары менән төҙөгән Мортазиндар. Әйткәндәй, Сания Мортазина быйыл район һабантуйында «Иң яҡшы малсы» таҫмаһына ла лайыҡ булды.