Хужалыҡта 2015 йылда һауын һыйырҙары 14 баш булһа, бөгөн уларҙың һанын 23-кә еткергәндәр. Һөтсөлөктән тыш, йылҡысылыҡҡа әүҙем тотонғандар, 50 баш бейәләре бар. Һөйөндөковтарҙың шифалы ҡымыҙы Өфө, Белорет ҡалаларының сауҙа нөктәләренә оҙатыла, даими һатып алыусылары бар. Фермер бер нисә эш урыны булдырған, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы шарттар менән тәьмин иткән. Рәзилә менән Айбулат Исламовтар хатта ғаиләһе менән эшләй. Береһе һыйыр һауһа, икенсеһе йылҡы көтә. Тағы бер һауынсы Фирүзә Ғәзизова ла эшенән бик ҡәнәғәт. Шулай булмай, матур тәбиғәт ҡосағында, Көркәктау итәгендә урынлашҡан йәйләүҙә эшләүе үҙе бер кинәнестер. Иркен көтөүлектәр йәйрәп ята, һыуын эсеп туйғыһыҙ таҙа шишмә аға. Эштәр ыңғай барһа, малдар һанын арттырырға ине тип пландары менән уртаҡлашты Денис Һөйөндөков.
47-се тапҡыр үткән һөнәри оҫталыҡ конкурсын райондың ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Шайморат Нәбиуллин асып, бәйгеселәргә уңыштар теләне.
— Райондың ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә һәр саҡ иғтибар булды һәм буласаҡ. Хужалыҡтар һәр төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамай тырышып эшләй. Һөнәри оҫталыҡты арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарылған был конкурс һеҙгә сәм, дәрт өҫтәһен, — тине Шайморат Азат улы.
Машина менән һауыу операторҙары конкурсы ике йәш төркөмөндә — тәжрибәлеләр һәм урта йәштәгеләр араһында барҙы. Унда «Красная Башкирия» АХК-һы, «Завет» ЯСЙ-һы һәм Азамат Абсаҙыев, Рамил Юлдыбаев, Әхәт Мортазин, Дилбәр Ғәлимова, Тимербулат Рәхмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары хеҙмәтсәндәре ҡатнашты. Ауыл хужалығы бүлеге белгесе, конкурс судьяһы Ләйсән Әминева һауынсыларҙың теоретик белемдәрен тикшерҙе.
Киләһе һынау — һауын аппаратын тиҙлеккә һүтеп-йыйыу. Ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Вил Миянов менән «Завет» йәмғиәтенең баш зоотехнигы Иштимер Хәмзин алдында операторҙар үҙҙәренә яҡшы таныш аппарат менән күҙҙе йомоп тигәндәй эш итте, хатта ҡулдарына күҙ эйәрмәне. Конкурстың һуңғы этабы өсөн район ветеринария станцияһының ветеринар табиптары яуаплы булды. Улар һыйыр һауыу процесын тикшерҙе.
Һауынсылар үҙҙәренең оҫталыҡ-тарын күрһәткән арала яһалма ҡасырыу техниктары ярышты. Был конкурста ветстанция начальнигы Маҙһар Мәғәфүров етәкселеге аҫтында Мостафа Фәттәхов менән Арсен Итекәев судьялыҡ итте. Талапсан жюри алдында һынау тотоусыларға еңел булманы. Улар теория, лаборатор тикшереү, яһалма ҡасырыу буйынса белемдәрен күрһәтте. Ҡатмарлы, ауыр эштең бар нескәлектәрен үҙләштереп, был өлкәлә уңышлы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Хатта конкурста үҙ эшенең оҫталары булған ир-егеттәргә ал бирмәне.
Беренсе урынға йыл һайын был конкурста еңгән Венера Кощеева лайыҡ булды. Икенсене Милена Вәлишина яуланы. Тәжрибәле, береһенән-береһе ҡалышмаған техниктар «Красная Башкирия» хужалығынан. Өсөнсө урын ветстанциянан Рөстәм Шаһимәрҙәновҡа бирелде.
Машина менән һауыу операторҙары конкурсында беренселекте Т. Рәхмәтов крәҫтиән-фермер хужалығы һауынсыһы Гөлсөм Ямалова алды. Икенсе урында — Римма Махийәнова («Завет»), өсөнсө урынға Зөбәржәт Ғибәҙуллина (Р. Юлдыбаев КФХ-һы) сыҡты. Урта йәштәгеләр төркөмөндә еңеүсе тип «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиә-тенән Зөлфиә Муллағәлинова танылды. Икенсе урында — Гөлнара Мөхәмәтова («Красная Башкирия»), өсөнсө почетлы урынды Вәкил Шаһиязданов (Д. Абсаҙыева КФХ-һы) биләне.
Һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсе-ләренә ауыл хужалығы бүлеге тарафынан әҙерләнгән ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар тапшырылды. Бүлек началь-нигы Шайморат Нәбиуллин шулай уҡ йәйләү хужаһы Денис Һөйөндөковты ла ҙур ярҙамы өсөн бүләкләп, рәхмәт белдерҙе.