2021 йылдың ғинуарынан май айына тиклем төбәктә ауыл хужалығы предприятиелары 5,1 миллиард һумға 1611 берәмек техника һатып алған. Был һан үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 45 процентҡа күберәк.
БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, яңы машиналар һатып алыуға агросәнәғәт комплексы техника паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һәм «Росагролизинг» АЙ-ының ташламалы программалары булышлыҡ итә. Республикала ауыл хужалығы етештереүселәре ташламалы лизинг программалары менән уңышлы файҙалана. Йыл башынан «Росагролизинг»ҡа дөйөм хаҡы 2,7 милрд һум тәшкил иткән 521 берәмек техникаға 403 заявка бирелгән, шуларҙың 370-енә, йәғни 1,85 милрд һумлыҡ суммаға, ыңғай яуап бирелгән, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.