А/хужалығы
24 Июня 2021, 03:10

Республика агросәнәғәт комплексы өҫтәмә дәүләт ярҙамы ала

Ярҙамдың бер өлөшө мелиорацияны үҫтереү һәм тоҡомло мал һатып алыу сығымдарын ҡаплауға китәсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ярҙамдың бер өлөшө мелиорацияны үҫтереү һәм тоҡомло мал һатып алыу сығымдарын ҡаплауға китәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республикала мелиорацияны үҫтереү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.
«Ҡоро килгән йәй Башҡортостанда мелиорацияны үҫтереүҙе талап итә, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында”, – тине Андрей Назаров. Киләһе йылда республикала “Агродинамика” компанияһы 2,5 мең гектарҙан ашыу баҫыу майҙанында һуғарыу системаһы төҙөүҙе һәм алдағы йылдарҙа ун мең гектарға еткереүҙе планлаштыра. Ул Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондарына ҡағыла. Инвестиция күләме дүрт миллиард һумдан артығыраҡ. Был проект Башҡортостандың йылдан- йыл ҡоро килгән төбәктәрендә баҫыуҙарҙың уңдырышлығын үҫтерәсәк, ауыл хужалығы тауарының экспорт өлөшөн арттырасаҡ, өҫтәүенә 200 яңы эш урыны булдырыла.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас