Ил башлығына Башҡортостандан берәү малдың күпләп ҡырылыуына зарланды. “Ерҙе мелиорациялау, һуғарыу кеүек эштәр ҡасан тергеҙелер икән, мал аҙығы культуралары сәсер ер юҡ бит”, — тине ул.
“Беҙ ауыл хужалығы ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Тауар етештереү һиҙелерлек арта бара. Дөйөм алғанда, ауыл хужалығына ярҙам 530 миллиард һум күләмендә билдәләнә. Мелиорацияға йыл һайын ете миллиард һумдан ашыу бүленә. Бөтә йүнәлештәрҙә лә эштәрҙе әүҙемләштерәсәкбеҙ” — тип яуап бирҙе Владимир Путин.