Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агропрогресс”, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары үҫешенә гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалыу кәрәк, сөнки был дәүләт ярҙамы хужалыҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк.
Ғаризаларҙы 12 июлдән 25 июлгә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса тапшырыға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
“Агропрогресс”, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары үҫешенә гранттарын тапшырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.