А/хужалығы
9 Июля 2021, 05:10

Быйылғы ҡоролоҡ килтергән зыян

Йәйҙең эҫе һәм ҡоро булыуы арҡаһында сәсеүлектәр тәләфләнде

Ауыл хужалығында быйылғы ҡоролоҡтан зыян 3,4 миллиард һумға баһаланған. Был турала Башҡортостан ведомствоһы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының оперштабында еткергән. Тупраҡтың һәм һауаның ҡоро булыуы, эҫе ел ауыл хужалығы культураларын тәләфләгән. 335 хужалыҡтың сәсеүлектәре зыян күргән, республикала ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү планлаштырыла. 311 мең гектар сәсеүлек хәүефле агрометеорологик күренештәр йоғонтоһона дусар булған, шуларҙың 150 мең гектары юҡҡа сыҡҡан.
Шулай ҙа республикала урып-йыйыу кампанияһы башланды – ошо көндәрҙә ҡайһы бер хужалыҡтар ужым бойҙайы, шипкән йыйыуға төштө. Хужалыҡтарҙа 3670 комбайн бар, уларҙың әҙерлеге – 95%. Әле бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алыу бурысы тора.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас