А/хужалығы
9 Июля 2021, 06:05

Грантлы хужалыҡта

Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә яңы эш башлаған һәм уңышлы эшләп килгән фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам итә. Дәүләт тарафынан бирелгән субсидиялар, гранттар ярҙамында беҙҙең районда ла күп хужалыҡтар үҫемлекселектә, малсылыҡта үҫеш юлында, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә.

Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә яңы эш башлаған һәм уңышлы эшләп килгән фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам итә. Дәүләт тарафынан бирелгән субсидиялар, гранттар ярҙамында беҙҙең районда ла күп хужалыҡтар үҫемлекселектә, малсылыҡта үҫеш юлында, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә.
Н. З. Әхтәмов та «Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү программаһы» буйынса грант алыуға өлгәште. Был программа талаптары буйынса хөкүмәт биргән аҡсаға фермер үҙенекен дә ҡушып, агросәнәғәт тармағында продукция етештереүгә, һаҡлауға һәм эшкәртеүгә, ауыл хужалығы транспорты һатып алыуға, яңы объекттар төҙөүгә йәки алыуға тотонорға тейеш.
Наил Зиннәт улы иһә грант аҡсаһына көрәге менән өр-яңы Беларус тракторы, аҙыҡ бутағыс һәм, әлбиттә, симменталь тоҡомло 100 тана һатып алған. Һуңғы 60 тана күптән түгел генә Күмертауҙан ҡайтарылған.
— Ит йүнәлеше буйынса эшләргә ҡарар иттем. Сөнки бөгөн ауылда эшһеҙ кешеләр күп булһа ла, һауынсы табыуы ҡыйын. Өҫтәүенә, иткә ихтыяж арта бара. Һыйырҙар быҙауҙар менән бергә аҫыраласаҡ. Йәғни яңы тыуған быҙауҙар әсәһенең һөтөн имеп, көтөүҙә бергә йөрөй. Электән булған һыйырҙар бөгөн быҙауланы, имеп йөрөгән быҙауҙар көр, теремек кенә, — тип һөйләй Наил Зиннәт улы. — Ҙурайғас, үгеҙҙәр иткә тотонолһа, таналарҙы төп көтөүҙе яңыртыуға һәм һатыуға ебәреү күҙаллана.
Бөгөн фермер хужалығында 200-гә яҡын һыйыр малы иҫәпләнә, улар араһында егермеләгән йәш быҙау күренә. Көтөүҙә яһалма ҡасырыу ҡулланылмай, шулай уҡ симменталь тоҡомло ике үгеҙ бар.
— Малдарҙың күпләп быҙаулауы ғинуар-февраль айҙарына көтөлә. Бөгөн, халыҡ бесәнгә төшмәҫ элек, ҡураларҙы ҡышҡа әҙерләүгә тотондоҡ. Ферма биләмәһе ҡыш буйына йыйылған тиреҫтән таҙартыла, шулай уҡ базаны ағартыу, буяу, кәртәләрҙе йүнәтеү эштәре башҡарыла, — тип дауам итә фермер.
Наил Зиннәт улы әйтеүенсә, быҙаулатыу бүлексәһендә, ул 12 башҡа иҫәпләнгән, яңы быҙаулаған һыйырҙар 10 көнгә тиклем тотола һәм артабан, дөйөм базаға сығаралар. Йәғни һыйырҙар менән быҙауҙар ҡурала ла бергә аҫыраласаҡ. Әлбиттә, һыйырҙарҙы көн оҙоно кәртәлә тотоп булмай, шуға күрә улар тышҡа сығарылһа, быҙауҙар база эсендәге ситлектәрҙә тороп ҡаласаҡ.
— Был база шнеклы тиреҫ сығарыу транспортеры менән йыһазландырылған, унда һыу үткән, йәғни малдар өсөн дә, малсылар өсөн да шарттар насарҙан түгел, — ти ул.
Бөгөн малдар Ҡырҙастан алыҫ булмаған урында йәйге лагерҙа көтөлә. Йәйләүҙә Данил Хәмитов (һүрәттә), Ғаян Сәғәҙәтов, Фәнүс Шакиров, Юнир Игашурин малды алмашлап көтәләр.
Хужалыҡта ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ҙә дәррәү бара, 50 тонна күләмендә экспарцет төргәктәре ферма ихатаһындағы бесәнлеккә ташылған, булған малды ҡышлатыуға ихтыяж — яҡынса 600 тонна.
— Бесәнгә сәселгән тары баҫыуының уңышы яҡшы күренә. Шулай уҡ бойҙай менән һолоға өмөт ҙур, бер һүҙ менән әйткәндә, бесән-һаламды ла, иген фуражын да етерлек күләмдә туплай алырбыҙ, — тигән ныҡлы ышаныста фермер Наил Әхтәмов.
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас