А/хужалығы
15 Июля 2021, 07:10

Грантҡа ғаризалар ҡабул ителә

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары грантҡа дәғүә итә ала #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар йыйыу башланды. Быйыл был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленә.

Республикала 350-нән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә. Күптәрҙең эше яйға һалынған, артабан грант ярҙамында үҫешеү мөмкинлеге бар. Конкурсҡа ғаризалар 12 – 25 июлдә ҡабул ителә.
Эш көндәрендә 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә.
Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Грант алыу хаҡында мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/357779/.
#национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас