А/хужалығы
21 Июля 2021, 05:51

Арыш та беште

Уҙған көҙ «Красная Башкирия» һәм «Башаҡ» хужалыҡтары, фермер Сергей Старцев баҫыуҙарында арыш ужымға сәселгәйне.

Арыш та бештеАрыш та беште
Арыш та беште
Арыш та беште
Арыш та беште

— Ғөмүмән алғанда, районда эштәр планға ярашлы бара: хужалыҡтар, фермерҙар парға ҡалдырылған майҙандарҙы эшкәртә. Шул уҡ ваҡытта мал аҙығы әҙерләү кампанияһын да башланыҡ — күп йыллыҡ үләндәр бесәнгә сабылды, уларҙы йыябыҙ. Мал аҙығына сәселгән бер йыллыҡ үләндәр ҙә өлгөрҙө, улар сенажға һалынасаҡ, — тип таныштыра эштәр барышы менән район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов.
Уҙған көҙ «Красная Башкирия» һәм «Башаҡ» хужалыҡтары, фермер Сергей Старцев баҫыуҙарында арыш ужымға сәселгәйне. Ошо аҙнала иһә улар бешкән был иген культураһын урып-һуғыуға төшөргә иҫәп тоталар.
Йылдың үтә ҡатмарлы килеүе, көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы баҫыу-сәсеүлектәрҙә төрлө ҡоротҡос-бөжәктәрҙең дә үрсеүенә сәбәпсе булды. Беҙҙең район баҫыуҙарын болон күбәләге баҫты.
— Ҡоротҡостарға ҡаршы баҫыуҙарҙы эшкәрттек, хатта бер баҫыуға бер нисә тапҡыр ингән осраҡтар ҙа булды. Шөкөр, бөгөн болон күбәләге сигенде, — тип дауам итә Ғәлим Наил улы. — Ҡоролоҡ арҡаһында айырыуса Әбдрәш ауылы тирәләй урынлашҡан баҫыуҙар ныҡ зыян күрҙе, сөнки ул яҡтарҙа яуым-төшөм бөтөнләй булманы. Әле «Россельхозцентр» учреждениеһының Әбйәлил район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре килтерелгән зыян күләмен билдәләү маҡсатында ул баҫыуҙарҙа тикшереү эштәре алып бара. Дөйөм алғанда 2500 гектар тирәһе майҙанды биләгән был ерҙәрҙә Фәнис Йосопов, Рәмил Юлдыбаев, Шаһит Ғөбәйҙуллин баҫыуҙары урынлашҡан.
Ошо көндәрҙә махсус комиссия тикшереүе үтеп, Әлмөхәмәт элеваторы яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙер тип билдәләнгән.
— Малсылыҡ өлкәһендә лә эштәр насарҙан түгел. Һөт һауыу буйынса үткән йылдың ошо осорондағы кимәлде тотоп киләбеҙ, тәүлеккә уртаса артым күрһәткесе лә ҡәнәғәтләндерерлек. Фермаларҙы ҡышҡа әҙерләү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай: ҡура-кәртәләрҙе ремонтлау, ағартыу эштәре алып барыла, биләмәләр тиҙәктән таҙартыла, — ти Ғәлим Наил улы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас