А/хужалығы
23 Июля 2021, 06:48

Ауыл хужалығы министры килде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация районға эш сәфәре менән килде

Ауыл хужалығы министры килдеАуыл хужалығы министры килде
Ауыл хужалығы министры килде

«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының Һамар фермаһында уларҙы хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов ҡаршы алды. Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов менән бергә «Savencia Fromage & Dairy Russie» сыр эшләү заводының директоры Даниэль Миколайчак килде. Был француз компанияһы Бәләбәй сыр яһау заводы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә Башҡортостанда сифатлы сырҙар етештерә. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһының «Ситно» предприятиеһы директоры Павел Журавский роботлаштырылған ферма эшен ҡараны.
— Был уникаль проект буйынса төҙөлгән ферма, бындайҙар башҡа юҡ. Беҙ һынау рәүешендә эшләп ҡарамаҡсы булдыҡ, — тине Раил Салауат улы һәм делегация ағзаларына ҡеүәтле комплексты күрһәтте.
Иркен, яҡты фермала таҙа һәм ҡоро. Бында ҡул көсө бөтөнләй юҡ тиерлек, бөтә эш роботлаштырылған. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар алдына бесәнде робот һала, уларҙың аҫтын да заман техника­һы даими йөрөп үҙе таҙарта. Роботтар көн дауамында 400-гә яҡын тананы һауа. Тәүҙә һыйырҙың елендәре йыуыла, таҙартыла, артабан еңелсә массаждан һуң уға һауын аппараты кейҙерелә. Был мәлдә һыйыр алдына ҡуйылған тәмле аҙыҡ менән һыйлана. Һөт һауылып алынғас, компьютер ҡуйылығын, таҙалығын, күләмен билдәләй. Роботтан һөт тура һыуытыу ҡорамалына оҙатыла. Бер һыйырҙан уртаса 35-40 литр һөт һауыла. 50 литр аҡ биргәндәре лә бар. Тәүлегенә тулайым һауым 10 тонна тәшкил итә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов роботлаштырылған фермаларҙың заман талабы булыуын билдәләне һәм «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының шәп башланғысын республика буйлап таратыу, шундай ҡеүәтле комплекстар төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Алдынғы хужалыҡ етәксеһе өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмай, ул һәр саҡ сит ил тәжрибәһен өйрәнә, үҙе ҡулланып ҡарай.
— Беҙҙең планда — Һамар фермаһын үҙәк комплекс итеп, Покровка, Озерный, Үҙәк бүлексәлә ғаилә фермалары булдырыу. Бындай модель буйынса эшләү отошло буласаҡ, — тип һанай Раил Салауат улы. — Мини-фермаларҙа ата-әсәһе, ҡыҙы, улы бер урында эшләйәсәк, ғаилә бизнесы кеүек бурыстарына яуаплы ҡараясаҡ. Иң мөһиме, малдарға уңайлы буласаҡ, улар күмәкләп бер урында йонсоп тормаясаҡ. 4 робот 280 - 290 һыйырҙы һауасаҡ.
Артабан быҙауҙар торған ҡура менән бригадир Рәсимә Сәфәрғәлиева таныштырҙы. Үткән йылдың декабрендә сафҡа ингән быҙау фермаһы таҙа, яҡты. Яңы тыуған быҙауҙар айырым «өйҙәрҙә» тотола. Әлеге ваҡытта 130 баш бәләкәй быҙау бар. 2 - 4 айлыҡтар айырым йөрөй, улар 125 баш иҫәпләнә. Алдарында ашарға, эсергә бар, туйғас улар махсус тиҙәктән, һаламдан, киндерҙән эшләнгән йомшаҡ аҫлыҡта яталар. Яҡшы тәрбиәләнгән, йылыла һәм ҡорола тотолған быҙауҙар көр.
Һамар фермаһы биләмәһендә төҙөлөш эштәре туҡтамай. Ҙур биш резервуар төҙөлә. «Агрорешение» компанияһы директоры Марат Аҙнағолов төҙөлөш менән таныштырып, тиҙәк һаҡлау резервуарҙарының экологик яҡтан таҙа буласағы, тәбиғәткә зыян килтермәүе тураһында һөйләне. Был резервуарҙарҙа һаҡланасаҡ тиҙәк билдәле ваҡыттан ашлама булып сығасаҡ.
Покровка фермаһында Илшат Илдус улы быҙауҙар тотолған аҫлыҡты нисек әҙерләүҙәре менән ҡыҙыҡһынды, хатта йылы ғына булған, ҡулда ваҡланып торған ҡатнашманы тотоп ҡараны һәм магазинда үҫемлектәр өсөн һатылған тупраҡ менән сағыштырҙы.
— Ерҙән алғанды, беҙ кире ергә ҡайтарырға тейешбеҙ. Тик яҡшыраҡ итеп. Бик дөрөҫ уйланылған, ҡалдыҡһыҙ итеп төҙөлгән производство. Хужалыҡтар, фермерҙар өсөн яҡшы үрнәк, — тип билдәләне министр.
— Беҙҙең Голландия, Германия илдәрендәге малсылыҡ тармағы өлгөләрендә эшләге килә. Төп маҡсатыбыҙ — һыйырҙы мал итеп түгел, бизнес буйынса партнер итеп ҡарау. Ул туҡ, уңайлы шарттарҙа үҙен «бәхетле» тойһа, һөттө лә күберәк бирәсәк, — ти Раил Салауат улы. — Минән күптәр етештергән һөтөгөҙҙө ниңә үҙегеҙ һатмайһығыҙ тип һорай. Мул продукция алыуға беҙ йылдар дауамында эҙмә-эҙлекле килдек. Бына хәҙер һөттө ҡаптарға ҡойоу цехы асыу, уны һатыу хаҡында уйларға була.
«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Раил Фәхрисламов киләсәктә фермаларында етештерелгән сифатлы һөттө һатып алыусыларҙың мотлаҡ булырына ышанысы ҙур.
Осрашыу һуңында етәкселәр артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары хаҡында һөйләште.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас