

Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуҙа республиканың техник һәм технологик модернизациялау программаһы мөһим роль уйнай. Ул аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларын һатып алыуға сығымдарҙы субсидияларға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, былтыр ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡоролмаларын һатып алыуға киткән сығымдар өлөшөн ҡайтарыуға республика бюджетынан 1,8 милллиард һум аҡса бүленгән.
Яңы техниканы һатып алыуға лизинг компанияларҙың ташламалы тәҡдимдәре булышлыҡ итә. Аграрийҙар улар менән әүҙем шөғөлләнә. Росагролизинг программаһы буйынса етештереүселәр быйыл ярты йыллыҡта 2,8 миллиард һумға торошло 299 ғаризаны тапшырғайны. 2 миллиард һумлыҡ 299 ғариза раҫланды. Йыл башынан Росагролизинг Башҡортостанға 1,2 миллиард һумлыҡ 246 берәмек техника килтергән.