А/хужалығы
24 Июля 2021, 03:15

Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала

Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан.

Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу күләме үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан.

Улар дөйөмләштергәндә,  6,1 миллиард һумға 1813 берәмек техника һатып алған. Мәҫәлән, быйылғы уңыш йыйыуҙа 3900 иген урыу комбайны эшләйәсәк, үткән йылдағынан  был 100 берәмеккә күберәк.  Аграрийҙар техника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн республика программаһы аша  ҡаплай ала, 2020 йылда бының өсөн төбәк бюджетынан 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән.  Шулай уҡ,  ауыл хужалығы тауары етештереүселәре беренсе ярты йылда Росагролизинг программаһында ҡатнашыуға  422 заявка биргән, шуларҙың ике миллиард һумға  (299 техника ) торошло  хупланған.  Әлеге ваҡытҡа  был программа аша 1,2 миллирад һумлыҡ 246 берәмек техника алынған.

Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала
Башҡортостан аграрийҙары күпләп техника һатып ала
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас