Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы субсидиялар юллауға документтар биреү ваҡытын өс көндән утыҙ көнгә тиклем оҙайтты.
“Документ ҡарау ваҡытын оҙайтыу, субсидия биреүселәрҙе ентекләп һайлап алыу мөмкинлеген бирәсәк”, - тип һанай вице-премьер ауыл хужалығы министры Ильшат Фәйзрахманов. - Ағымдағы йылда майлы культуралар етештереүҙе арттырыу, етештереүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында төбәк бюджетынан 23 миллион һум аҡса бүленә. Былар барыһыла үҙебеҙҙә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгән “Иҡтисади үҫеш” милли проектына ярашлы эшләнгән программалар.