

Республиканың 49 районы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы алып бара. Кисәге көнгә бөтәһе 359 мең гектар майҙанда иген һәм ҡҡуҙаҡлы культуралар сабылған, шуның 338 мең гектары йыйып һуғылған. Был тотош майҙандың биштән бер өлөшөн тәшкил итә.
Иң юғары уңышты ужым культураларынан Саҡмағош игенселәре йыя, улар гектарынан 27,8 центнер ала. Яҙғы культураларҙың иң мул уңышы Ҡармаҫҡаклыла — гектарынан 22,4 центнер.
Республика аграрийҙары бөтәһе 552 мең тонна ашлыҡ йыйып алған. Бында әлбиттә, хужалыҡтар менән бер рәттән, фермерҙар, шәхси хужалыҡтарҙың да өлөшө бар.
Уларҙың күптәре “Бәләкәй һәм урта бизнес һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһы” милли проекты сиктәрендә дәүләттән ярҙам алып, ауыл хужалығы тармағында һөҙөмтәле эшләп, продукция етештереүҙе арттыра алды.