А/хужалығы
30 Июля 2021, 09:45

Йәнтөйәгенә береккән

«Абдуллин И. Н.» фермер хужалығы механизаторы Әхиәр Басиров та быйыл яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса «Сәсеү батыры»таҫмаһына лайыҡ булды.

Йәнтөйәгенә береккәнЙәнтөйәгенә береккән
Йәнтөйәгенә береккән

«Абдуллин И. Н.» фермер хужалығы механизаторы Әхиәр Басиров та быйыл яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса «Сәсеү батыры»таҫмаһына лайыҡ булды.

Әхиәр Рафаил улы 1980 йылдан «тимер ат» өҫтөндә. Йәнгел урта мәктәбен тамамлап, ҡулына аттестат менән бергә механизатор танытмаһы ла алған егет һис икеләнеүһеҙ яҙмышын «Йәнгел» совхозы менән бәйләй. Һалдат бурысын үтәгән йылдарын иҫәпкә алмағанда, ул тыуған ауылы Таштуйҙан бер ҡасан да ситкә китмәгән. Хәйер, алтын-көмөш яуған ерҙәргә ҡыҙыҡмай, йәнтөйәгенә берегеп, шунда хеҙмәт көсөн түккән, иген сәсеп-иккән ир-егеттәр беҙҙә бөтмәгән әле. Нәҡ шундай ил һәм эшһөйәрҙәр ҡеүәте районыбыҙҙа ауыл хужалығы тармағын тотоп килә лә инде.
— Совхозда 2000 йылға тиклем эшләнем, ул ваҡытҡа ауыл хужалығы кооперативы тип үҙгәртелгәйне. Хужалыҡ тарҡалғас, өс йыл «Башкирская» МТС-ында эшләүемде дауам иттем. «Монтажник-Абзелил» ойошмаһында, һуңынан шәхси эшҡыуарҙарҙа трактор йөрөттөм, ҡалаға йөрөп тә эшләнем. 2016 йылда ауылдаш фермер Иштимер Абдуллинға күстем. Бында 600 гектарҙан ашыу майҙанда иген үҫтерәбеҙ. Әлеге ваҡытта фермер хужалығы эшсәндәре өсөн бесән әҙерләйбеҙ. Унан инде ураҡҡа төшөргә лә күп ҡалмай, — ти Әхиәр Рафаил улы.
«Сәсеү батыры» ураҡта ла кәрәкле универсал кеше. Баҫыу карабына ултырғанына байтаҡ йылдар инде. 2019 йылда Ырымбурҙан алып ҡайтҡан заманса «Вектор» комбайнына төймәсектәргә генә баҫып идара итеүгә лә тиҙ өйрәнгән. Тракторҙарҙың иһә һәр төрлөһөн эйәрләгән. Техниканы биш бармағы кеүек белгән механизатор ремонт эштәрендә лә алыштырғыһыҙ белгес.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас