А/хужалығы
12 Августа 2021, 12:54

Ауыл хужалығы кооперативтарына гранттар

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә  республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында  ғаилә фермаларын үҫтереүгә һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыуға гранттар алыусыларҙы һайлап алыу этабы башланды. #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә  республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында  ғаилә фермаларын үҫтереүгә һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыуға гранттар алыусыларҙы һайлап алыу этабы башланды.

    “Был конкурста фермерлыҡтың башланғыс этабын ышаныслы үткән, үҙен күрһәткән,  артабан  үҫешергә теләгән аграр эшҡыуарҙар еңеүсе буласаҡ. Айырыуса ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йүнәлешендә эшләгәндәр өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ, - ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. 2021 йылда республика бюджетынан “Ғаилә фермаһы” буйынса 249 миллион һумлыҡ, ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыуға 100 миллион һумлыҡ  грант бүленәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас