А/хужалығы
13 Августа 2021, 09:29

«Башаҡ»та тынғыһыҙ мәл

Ҡыҙыу ураҡ мәле етте. Хужалыҡтар игенселәре һәм фермерҙар быйылғы үтә лә ҡоро килгән йылда ҙур ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңышты урып-йыйыуға төштө: бөгөн баҫыуҙарҙа ла, ырҙын табаҡтарында ла эш бер минутҡа ла тынмай.

«Башаҡ»та тынғыһыҙ мәл«Башаҡ»та тынғыһыҙ мәл
«Башаҡ»та тынғыһыҙ мәл

Ҡыҙыу ураҡ мәле етте. Хужалыҡтар игенселәре һәм фермерҙар быйылғы үтә лә ҡоро килгән йылда ҙур ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңышты урып-йыйыуға төштө: бөгөн баҫыуҙарҙа ла, ырҙын табаҡтарында ла эш бер минутҡа ла тынмай.

«Башаҡ» хужалығының ырҙын табағында ла эш ҡайнап тора: баҫыуҙарҙан килтерелгән бойҙайҙы таҙалап, киптереп келәттәргә һалалар. Быға тиклем арыш менән арпаны ЗАВ-тарҙа эшкәртеп, һаҡлауға һалғандар, һатып алыусыға оҙатҡандар. Ырҙын табағы хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе ҡушылған эште урын еренә еткереп, намыҫлы башҡарыуы менән үҫтерелгәнде әрәм-шәрәм итмәй, һаҡлауға һалыуға үҙ өлөшөн индерә.
Хисаметдин Әсфәнйәров, Вәлит Йәһүҙин, Рәфҡәт Маҙһаровтар хеҙмәтләндергән иген таҙартыу машиналарынан сыҡҡан ашлыҡты келәттәргә үҙ машинаһында Баймаҡтан ярҙам ға килгән Илдар Яҡшыбаев ташып өлгөртә. Механизатор Заһит Задин үҙенең КУН-ы ярҙамында игенде тейәү-бушатыу эштәрен башҡара. Ырҙын табағындағы келәттәрҙе ашлыҡты ҡабул итеүгә әҙерләү, игендең һаҡланыуына контроллек итеү Ринат Истамбаев иңендә.
Ырҙын табағындағы механизмдарҙың, уңыш йыйыуҙа ҡатнашҡан трактор-машина-ҡорамалдарҙың төҙөклөгөн тәьмин итеүҙә иретеп-йәбештереүсе Данир Ямалетдинов — төп көс.
Килгән уңышты ҡабул итеү һәм оҙатыуҙы, халыҡҡа ебәреүҙе, отчет эштәрен бухгалтер Нәркәс Шәғәлиева менән Лида Утарбаева теүәл, аныҡ ҡуйыуға өлгәшкән.
— Һәр кем уңыштың бер бөртөгөн дә әрәм итмәүгә ҙур тырышлыҡ һала, йәғни үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара, — тип маҡтай ҡул аҫтында эшләүселәрен ырҙын табағы мөдире Айытҡол Әҡсәнов.
— Быйылғы шарттарҙа әлегә бойҙайҙың уңышы гектарынан 24,4 центнер тәшкил итеүе насар түгел, минеңсә, — ти хужалыҡтың баш агрономы. М. С. Шәғәлиев. — Хужалыҡта был культура быйыл 700 гектарҙы биләй. Бөгөнгә шуның 290 гектары урып һуғылған. Һолоно яҫмаларға һала башланыҡ, ошо көндәрҙә уны урыуға төшәбеҙ. Ужым арышы гектарынан 13 центнер бирҙе. 84 гектарҙы биләгән арпаның уңышын йыйып алынып, эшкәртелеп, үҙенең һатып алыусыһын да тапты. 120 тоннаһын «Увелька» компанияһы алды, ул продукция өсөн иҫәпләште лә, игенде лә беҙҙән үҙ транспортында сығара. 24 тонна арпаны һатыуға Әлмөхәмәт элеваторы менән килешеү төҙөлгән.
Мәжит Солтан улы әйтеүенсә, һоло менән бойҙайҙың уңышын йыйып алып бөткәс, етен баҫыуына сират етә. Унан инде 210 гектарҙағы рапс та өлгөрә.
— Быйылғы йылдың үтә ҡоро һәм эҫе килеүе һөҙөмтәһендә баҫыуҙарға ҡоротҡостар, бөжәктәр һөжүме көслө булды. Ҡарышлауыҡ-күбәләктәр етендең яртыһын юҡҡа сығарҙы. Ҡоротҡостар хатта иген культуралары баҫыуҙарын да урап үтмәне. Шуға ла баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренә ҡаршы гербицидтар менән эшкәртеүҙән тыш, инсектицидтар ҡулланып, бөжәктәргә ҡаршы ла көрәштек. Ошо маҡсатта, дөйөм алғанда, химик препараттар һатып алып, эшкәртеүгә биш миллион һумдан ашыу аҡса тотондоҡ, — тип һөйләй Мәжит Солтан улы.
Игенселәр ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала. Культураларҙы яҫмаларға һалыуҙа Александр Ғәниев менән Шамил Ҡотоев кемуҙарҙан йөрөй. Хужалыҡтың ғына түгел, районда ла һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә һаналған механизатор Александр Ғәниев үҙйөрөшлө урғыста баҫыуҙы иңләй.
— Быйыл был техника икенсе миҙгел ураҡта ҡатнаша. Заман технологияһына яраҡлаштарып эшләнгән урғыс идара итеүгә уңайлы ла, еңел дә булыуы менән айырылып тора. Эшләнеше лә юғары. Механизатор өсөн дә шарттар шәп: кабинала йылы, таҙа кондиционеры бар, — тип маҡтай сапҡысын тәжрибәле механизатор.
Яҫмаларҙағы ашлыҡты урып-һуғыу хужалыҡта булған ике «Акрос» комбайны комбайнсылары иңендә. Хужалыҡ баҫыуҙарын тәжрибәле игенселәр — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Алмас Таһиров менән уҙған йыл республиканың иң шәп комбайнсыһы тип табылып, «Нива» автомобиле менән бүләкләнгән Хәйҙәр Хызыров иңләй. Хәйҙәр Хисаметдин улының баҫыу карабы ураҡта алтынсы йыл ҡатнашһа, Алмас Әбделхай улының тимер аты өсөн быйылғы ураҡ икенсеһе генә.
Комбайндарҙан иген ташыуҙа Зиннәт Абдрахманов менән Рәшит Хөббөтдинов йөрөй.
Хужалыҡта бөгөн һыйыр малы тотмаһалар ҙа, мөмкин тиклем бесән әҙерләнә, уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙағы һаламды әрәм-шәрәм итмәй, шунда уҡ төргәктәргә урап баралар. Был Шәмсетдин Әсфәнйәровҡа йөкмәтелгән. Әхәт Хәсәнов әҙер төктәрҙе Сәлим Искәнйәров менән Мәүлит Моратшин йөрөткән МТЗ тракторҙарына тейәп ебәреп тора.
— Һалам-бесән төктәрен бесәнлеккә ташыйбыҙ. Шулай уҡ пайҙарына алырға теләгәндәргә, һатып алғандарға өйҙәренә алып барып ауҙарыу ҡаралған. Ситтән килеп алыусылар ҙа күп, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев.
«Башаҡ» ЯСЙ-һы игенселәре тупраҡты киләһе уңышҡа әҙерләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай: К-700 тракторында Зиннәт Арғынбаев ерҙе туңға һөрә.
Ураҡта ҡатнашыусыларҙы көнөнә ике тапҡыр ашатыу ойошторолған. Зөлфиә Шаһивәлиева менән Миңзәлә Шакирйәнова бешергән тәмле ризыҡ баҫыуҙа булғандарға контейнерҙарға һалып, эш өҫтөнә алып барыла, ырҙын табағындағылар ашханала туҡлана.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас