А/хужалығы
17 Августа 2021, 10:35

Баҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләй

Тотош республикалағы кеүек беҙҙең район хужалыҡтарының һәм фермерҙарҙың машина-трактор паркы яңы техникалар һәм ҡорамалдар менән тулыланыуы ҡыуаныслы.

Баҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләйБаҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләй
Баҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләй

Тотош республикалағы кеүек беҙҙең район хужалыҡтарының һәм фермерҙарҙың машина-трактор паркы яңы техникалар һәм ҡорамалдар менән тулыланыуы ҡыуаныслы. Фермер Хәлфәт Ниғәмәтйәнов баҫыуҙарын быйылғы ураҡта ошо көндәрҙә генә ҡайтарылған өр-яңы комбайн менән тағылмалы урғыс иңләй.

Әлбиттә, фермерҙың быйылғы ураҡ осорона ошоға тиклем үҙендә булған ике «Енисей», бер «Агромаш» комбайндары ла тулы әҙерлектә ине. Шулай ҙа заманса, юғары етештереүсәнле «Вектор» комбайнына ҙур өмөттәр бағлай фермер.
Яңы техникаға Хәлфәт ағайҙың улы Руслан идара итә. Беҙ баҫыуға барғанда ул беренсе көн техниканы эштә һынай ине.
— «Вектор» беҙҙең ҙур булмаған баҫыуҙар өсөн иң ҡулай комбайн. Ошо заманса техника үҫтерелгәнде юғалтыуҙарһыҙ һәм ҡыҫҡа сроктарҙа йыйып алырға мөмкинлек бирер, тип ышанам, — ти Рөстәм Хәлфәт улы. — Был комбайн төрлө культураларҙың уңышын йыя алыуы менән дә отошло.
Ошо уҡ баҫыуҙа Руслан Ғилманов идара иткән тәгәрмәсле тракторға тағылған өр-яңы урғыс өсөн дә был һынау көнө ине.
— Һуңғы ямғырҙарҙан һуң бойҙай аҫтынан ҡый үләндәре күтәрелде. Шуға күрә был баҫыуҙағы культураларҙы яҫмаларға һалып, унан һуң йыйып-һуғырға ҡарар ителде, — тип һөйләй Хәлфәт Тимербай улы. — Бойҙайҙың уңышы әлегә гектарынына 13-15 центнерҙан килә.
Фермер бөгөнгә 80 гектарҙы биләгән һолоноң уңышын тулыһынса йыйып алған, уның төшөмө гектарынан 10 центнер тәшкил иткән. Арпа баҫыуҙарынан 10-12 центнер көтөлә. Арпа-бойҙайҙың игене йыйып алынғандан һуң, сират 100 гектарҙа сәселгән ҡарабойҙайға һәм 200 гектарҙы биләгән етенгә етәсәк.
Комбайндарҙан уңышты фермерҙың йорто янында эшләнгән ырҙын табағына ташыуҙа тағылмалы КамАЗ-да Хәлфәт ағай үҙе йөрөй. Бында яңы килгән ашлыҡты иген таҙартыу ҡоролмаларында Сергей Витушкин менән Руслан Сәйфетдинов эшкәртә һәм келәттәргә һала.
Уңышы алынған баҫыуҙағы һалам да әрәм-шәрәм ителмәй, Владик Йәмилев пресс-йыйғыста һаламды төргәктәргә төрөп бара.
— Комбайнды һәм урғысты «Һаҡлыҡ банкы»нан алынған кредитҡа һатып алдыҡ. Хөкүмәт ауыл хужалығы етештереүселәргә һәр яҡтан ярҙам итергә тырыша бит. Шуға ла беҙ республика министрлығына техникалар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға документтарҙы тапшырасаҡбыҙ, — тип киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй фермер.

Баҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләй
Баҫыуҙарҙа яңы техникалар эшләй
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас