А/хужалығы
20 Августа 2021, 12:00

Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле

Ураҡ эштәренә йәлеп ителгән бөтә техниканы мөмкин тиклем файҙаланып, юғары етештереүсәнле эшләүе тәьмин ителә.

Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәлеБаҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле
Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле

— Бөгөнгә район буйынса сәселгән майҙандарҙың 35 процентының уңышы йыйып алынды. Йәй ҡоро, эҫе килгәнлектән бөтә культуралар берҙәй өлгөрҙө, шуға ла берәүҙәр һоло һуға, икенселәр бойҙайға төштө, бәғзеләр арпа саба... Ураҡ эштәренә йәлеп ителгән бөтә техниканы мөмкин тиклем файҙаланып, юғары етештереүсәнле эшләүе тәьмин ителә. Бер һүҙ менән әйткәндә, хужалыҡтар, фермерҙар үҫтерелгән уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала, — тип һөйләй район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов. — Гектар ҡеүәтенә килгәндә, уңыш һәр ерҙә төрлөсә. Ныҡ ҡоролоҡҡа дусар булған Әлмөхәмәт яғында уңыш юҡ кимәлендә. Аҙ ғына булһа ла ямғырҙар булған Йәнгел, Таштимер яҡтарында төшөм насарҙан түгел. Мәҫәлән, «Башаҡ» хужалығы, «Әбйәлил сорт участкаһы» йәмғиәте баҫыуҙарында бойҙай мул уңышы менән һөйөндөрә. Һоло менән арпаның да уңышы быйылғы йыл өсөн ярайһы ғына.
Ураҡ эштәре менән бер үк ваҡытта мал аҙығы әҙерләү ҙә алып барыла. «Күсем» хужалығы, «Урал аръяғы МТС-ы»ның Әбйәлил филиалында сенаж һалыу дөргөн бара.
Культуралар яҫмаларға һалынып, уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙағы һалам да әрәм-шәрәм ителмәй, шунда уҡ төктәргә өйөрөлтөп, бесәнлектәргә ташыла.
— Ерҙе туңға һөрөүҙең өҫтөнлөгөн күптән белһәк тә, быйылғы ҡоролоҡ йылында нәҡ үткән көҙ һөрөп ҡалдырылған майҙандарҙа уңыштың мул булыуы быны тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Шуға күрә был мөһим агротехник сара ла күҙ уңынан ысҡындырылмай, бушаған баҫыуҙарҙы туңға һөрөү эштәре алып барыла, — тип дауам итә Ғәлим Наил улы.
Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы район аграрийҙарын өҫтәмә саралар ҡабул итергә мәжбүр иткән. Ураҡ, мал аҙығы әҙерләү осоронда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында хужалыҡтарға, фермерҙарға янғынға ҡаршы өҫтәмә инструктаждар үткәрергә ҡушылған, ураҡ агрегаттарының, трактор-автомобилдәрҙең янғын һүндереү саралары менән тәьмин ителгәнлектәрен тикшерергә, урман һыҙаттары буйындағы сәсеүлектәрҙең, автомобиль һәм тимер юлына яҡын баҫыуҙарҙың сите сабылған һәм уратып һөрөлгән булырға тейеш, тигән талап ҡуйылған. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, яҡын тирәлә һуҡа таҡҡан трактор һыҙаттар һөрөүгә әҙер торорға тейеш.
Бесән-һалам эҫкерттәргә өйөлгән майҙансыҡтарҙы кәмендә 4 метр киңлектә уратып һөрөп сығырға кәрәк. Мал аҙығы һаҡлау урындары, ырҙын табаҡтары мотлаҡ янғын һүндереү ҡорамалдары менән тәьмин ителергә һәм һауыттарҙа һыу булырға тейеш.
— Малсылыҡ өлкәһенә килгәндә, шул уҡ ҡоролоҡ арҡаһында малдарҙың аяғы аҫтында үлән юҡ кимәлдә, шуға ла уларҙы өҫтәп ашатыу ойошторолған. Фермалар малдарҙы ҡышҡылыҡҡа ҡабул итеүгә әҙерләнә: ҡуралар, кәртәләр йүнәтелә, ағартыла, дезинфекция эштәре башҡарыла. Ғөмүмән, һәр тармаҡта эш бара, — ти Ғ. Н. Солтанов.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас