

Үҙ эшен асырға теләгән йәки артабан үҫешеү йүнәлешендә булған эшҡыуарҙарға продукция етештереүҙе арттырыуға, бизнесты үҫтереүгә дәүләт даими ярҙам күрһәтә. Ауыл хужалығы өлкәһен генә алайыҡ. «Агростартап», «Табыш килтереүсе проекттар», «Яңы эш башлаусы фермерға» кеүек төрлө программаларҙа әбйәлилдәр хөкүмәттән ярҙам алыуға өлгәште. Дәүләттән алынған аҡсаға техника-ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алып, уңышлы эшләүсе фермерҙар районда аҙ түгел. Сиҙәм ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Сергей Старцев республиканың 27 эшҡыуары иҫәбендә «Ғаилә фермаһы» программаһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәште.
Билдәле булыуынса, уҙған йылдан был программаның шарттары үҙгәрҙе: ошоға тиклем хөкүмәттән алынған аҡсаға тик мал һатып алырға мөмкин булһа, хәҙер үҫемлекселекте үҫтереүгә лә тотонорға мөмкин. Сөнки ҡырсылыҡ тармағын үҫтермәйенсә, йәғни мал аҙығы булмайынса, малсылыҡта уңышҡа өмөт итеп булмай.
Конкурста еңеп сыҡҡан эшҡыуарҙарға бизнес-пландарына ҡарап 1,6 миллион һумдан 30 миллион һумғаса аҡса бирелә. Дөйөм алғанда, 2021 йылда республиканың иң яҡшы ғаилә фермаларына 249 миллион һум бүленә.
«Ғаилә фермаһы» буйынса проекттың 60 процентын Хөкүмәт бирһә, ҡалған 40 процентына проектты тормошҡа ашырыуға грант алыусы үҙ аҡсаһын һала. Дәүләт ярҙамына дәғүә иткән конкурсанттың һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурысы булмауы мотлаҡ. Шулай уҡ ул кәмендә өс эш урыны булдырырға тейеш. Был дәүләт ярҙамы фермерҙарға үҙ эшен артабан үҫтереүгә, етештереү күләмен арттырыуға, сеймалды эшкәртеүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Күптән түгел Пермь өлкәһенән герефорд тоҡомло 60 баш мал алып ҡайтҡан фермер Сергей Старцев әлеге грантын нәҡ үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә, аныҡлап әйткәндә, машина-трактор паркын яңыртыуға тотонорға иҫәпләй.
Мәҫәлән, Сергей Сергеевич был аҡсаға КамАЗ машинаһы, үҙйөрөшлө һиптергес, комбайн, трактор һатып алырға ниәтләй.
Киләсәктә ит малсылығы йүнәлешендә эшләйәсәк фермер өсөн был ҙур ярҙам. Юғары етештереүсәнле, ҡеүәтле техника 3300 гектар ергә иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеүгә, уңышын ваҡытында йыйып алыуға булышлыҡ итәсәк.
«Ғаилә фермаһы» проектында еңеп сыҡҡан Сергей Старцевтың проект суммаһы 31 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 14,7 миллион һумын дәүләт бирә.
— Сергей Старцевтың крәҫтиән-фермер хужалығы аяғында ныҡ баҫып торған хужалыҡтарҙың береһе. «Ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялау» дәүләт программаһы буйынса сәсеүлектәрен һуғарыу ҡоролмалары алыуға өлгәште. «Ғаилә фермаһы» программаһы буйынса алынасаҡ грант фермерға хужалығын артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, — ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов.