А/хужалығы
27 Августа 2021, 04:03

Аграрийҙар грант аласаҡ

Грант алыуҙа ҡатнашҡандар араһынан конкурс һөҙөмтәһе буйынса ете ауыл хужалығы кооперативы еңеүсе тип билдәләнде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Грант алыуҙа ҡатнашҡандар араһынан конкурс һөҙөмтәһе буйынса ете ауыл хужалығы кооперативы еңеүсе тип билдәләнде.

Улар матди-техник базаһын үҫтереүгә 1,9 миллиондан 8 миллион һумға тиклем грант аласаҡ.

“Республика 2021 йылда ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә 100 миллион һум грант аҡсаһы бүлә. Әлеге үткән һайлап алыу туры асыҡ һәм ғәҙел үтте. Кемдәр бизнес пландарын аныҡ төҙөп комиссия алдында ышаныслы яҡлай алды, шулар еңеп сыҡты. Киләсәктә улар был аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыр. Улар продукция етештереү һәм эшкәртеү күләмен, продукция  ассортименты төрлөлөгөн арттырырҙар, яңы төр аҙыҡ-түлек сығарыуҙы үҙләштерерҙәр, мин быға ышанам”, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Хөкүмәте премьер- министры, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.  Ауыл хужалығы министры белдереүенсә, сентябрь аҙағында тағы бер конкурс үтәсәк, сөнки грант аҡсаһы тулыһынса үҙләштерелмәгән әле.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас