А/хужалығы
27 Августа 2021, 06:55

Ураҡ бара

Башҡортостанда иген культураларының уңышын йыйыу  тамамланыуға бара. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ураҡ бараУраҡ бара
Ураҡ бара

Башҡортостанда иген культураларының уңышын йыйыу  тамамланыуға бара.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә  1, 83 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған, йәғни 1,28 миллион тонна яҙғы һәм 550 мең тонна ужым культуралырын уңышы урып-һуғылған. Иң юғары уңышты Ҡырмыҫҡалы игенселәре йыя: унда уратса уңыш гектарынан 24, 9 центнер тәшкил итә. Ураҡ кампнаияһы йомғаҡтары буйынса ике миллоион тоннанан ашыу уңыш йыйып алыу көтөлә, былтыр был һан 4 миллион тонна булғайны.

Майлы культуралар уңышын йыйыу ҙа дәррәү бара. Рапс, гәрсис, соя, көнбағыш, етен культураларын урып-һуғыу 39 районда, шул иҫәптән Әбйәлил дә лә уңышлы бара.Тик был культураларҙың уңышы көтөлгәндән кәмерәк. Шулай ҙа республика “Ауыл хужалығы продукцияһын экспертлау” милли проектын бойомға ашырыу ниәтендә иген, шулай уҡ майлы культураларҙы сит илдәргә һатырға ла планлаштыра.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас