Башҡортостан аграрийҙары киләһе йылда мелиорация өсөн федераль ҡаҙнанан 472 миллион һум аласаҡ, шулай уҡ республика ҡаҙнаһы ла аҡса бүләсәк. Был саралар ерҙәрҙе ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереүгә йүнәлтеү һәм 2022 йылдан 2031 йылға тиклем мелиорация комплекстарын үҫтереү дәүләт программаларына ярашлы бүленә. Аграрийҙар бирелгән субсидия менән һуғарыу системаларын һатып алыуға һәм монтажлауға киткән сығымдарының яртыһына тиклемен ҡаплай ала. Киләһе йылға мелиорация комплекстары эшмәкәрлеген биш мең гектарға еткереү планлаштырыла, ә 2030 йылда 100 мең гектар майҙанда эшләргә тейеш.