А/хужалығы
6 Сентябрь 2021, 05:00

Роботтар ауыл хужалығын «яулай»

Рәсәй баҫыуҙарында пилотһыҙ комбайндар эшләйәсәк.

Алдынғы технологиялар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты айҡанлы тормошҡа ашырыла һәм иң ауыр производстволарҙан һаналған ауыл хужалығы тармағын роботлаштырыу ҙа яйға һалына бара. Тәү сиратта ауыл хужалығы техникаһын автопилотҡа күсереү тураһында һүҙ бара. Был авариялар һанын кәметеүгә һәм етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй белгестәр. Роботлаштырылған комбайндар баҫыуҙағы төрлө ҡаршылыҡтарҙы алдан күреү, уңыш сифатын контролдә тотоу кеүек алымдарҙы атҡарасаҡ. Бындай техниканы сәсеү, баҫыуҙарҙы туҡландырыу, тупраҡты эшкәртеү мәлендә лә ҡулланырға уйлайҙар. Пилотһыҙ комбайндар етештереү менән әлегә «Когнитив Роботикс» компанияһы шөғөлләнә, ул былтыр 350 комбайнды ошондай система менән йыһазландырған.

Роботтар ауыл хужалығын «яулай»
Роботтар ауыл хужалығын «яулай»
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас