“Агростартап” конкурсы еңеүселәренең береһе – Ишембай районы Маҡар ауылынан Риф Бохаров. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар 1 миллион 746 мең һумлыҡ грант ала.
“Бындай гранттар бик кәрәк. Дәүләт ярҙамы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын һәм умартасылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә”, – ти Риф Бохаров.
“Агростартап” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, 20-21 сентябрҙә Башҡортостанда “Умартасылыҡты үҫтереүҙең глобаль трендтары” тип аталған халыҡ-ара онлайн-симпозиум үтә. Сара Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Апимондия секретариаты, Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында ойошторола. Симпозиумда Башҡортостандан, Рәсәйҙән, сит илдәрҙән спикерҙар ҡатнашыуы көтөлә. Ошо һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://apimondia.seminar.live.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.