

Һамар һөтсөлөк-тауар фермаһының машина менән һауыу операторы Гөлнара Мөхәмәтова быйыл ялан батырҙары менән тиң баҫып, район һабантуйының байрағын күтәрҙе. Был мәртәбәле хоҡуҡҡа ул 2020-2021 йылғы мал ҡышлатыу осорондағы юғары күрһәткестәре, малсылар араһындағы хеҙмәт ярышы еңеүсеһе булғаны өсөн лайыҡ булды.
Гөлнара Красная Башкирия ҡыҙы, атаһы — Фәтих Астанғәлин заманында совхоздың алдынғы механизаторы булып танылған эшһөйәр кеше. Бына кемгә тартҡан икән ҡыҙы ла! Тыуған хужалыҡҡа һауынсы булып килгәнгә тиклем Гөлнара Мөхәмәтова ҡалала «Ситно» берекмәһенең колбаса цехында, ауылда кулинарияла эшләргә өлгөргән. Фермаға 2020 йылда ғына килгән. Стажировка үткәндән һуң, айырым төркөмдө ышанып тапшырғандар. Бөгөн ул үҙе генә 60-70 баш һыйырҙы һауа.
Зарина Аббазова ошо уҡ фермала быҙау ҡараусы булып эшләй, ул да урындағы совхоз ҡыҙы, үҙ һөнәрен яратып башҡара. «Беҙҙең фермала иң шәп ҡыҙҙар тупланған. Һәр кем үҙенең урынында оҫта, эшкә ең һыҙғанып ихлас тотоналар. Әйткәндәй, фермаға тиклем төрлө урындарҙа эшләп килеүселәр бында тотороҡлолоҡ таба. Эш хаҡы, хеҙмәт шарттарының яҡшы булыуының һөҙөмтәһе был», — ти Һамар фермаһы мөдире Рәсимә Сәфәрғәлина.
Милена Вәлишина — һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу технигы. Ул Сибай ҡыҙы. Техникумдан һуң Баймаҡ районының Күлтабан мегафермаһына зоотехник булып барған белгес эш дәүерендә яңы һөнәр үҙләштергән. «Милена Вячеславовнаны мегафермала эшләгән ваҡыттан беләм. Хеҙмәтенә яуаплы ҡараған, һәр ваҡыт белемен үҫтергән, яңылыҡҡа ынтылған белгес. Яңы технологиялар, заманса шарттар менән Һамарҙа роботлаштырылған ферма асылған көндән бергәләп бында эшкә күстек. Хәҙерге көндә ул ситтән тороп Троицкиҙа ветеринарға уҡырға ла өлгөрә», — тип маҡтай уны роботлаштырылған ферма етәксеһе Илдус Һабанбаев.