

Райондың тотош ауыл хужалығы тармағындағы кеүек «Урал аръяғы-Агро МТС-ы» йәмғиәте эшсәндәре өсөн дә ҡыҙыу осор: баҫыуҙар туңға һөрөлә, көнбағыш урып-һуғыла, ырҙын табағында яңы уңыш ҡабул ителә.
— Быйыл МТС баҫыуҙарының күп өлөшөн көнбағыш биләне. 1800 гектарға бойҙай сәскәйнек. Бөгөн иген культураһы уңышын йыйыу тамамланды. Урып-һуғылған ашлыҡ Йәнгел ауылындағы ырҙын табағындағы келәттәргә урынлаштырылды, — тип һөйләй баҫыу эштәре хаҡында производство етәксеһе Ишморат Ямалов.
Бойҙай уңышын ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыуға комбайнерҙар Вәзир Моталов, Ильяс Ҡунаев, Илфат Хәлилов ҙур тырышлыҡ һалған, ашлыҡты ырҙын табағына Илгиз Сафин менән Мәүлит Истамбаев ташыған.
Бөгөн төп көс көнбағыштың уңышын йыйыуға йүнәлтелгән. МТС баҫыуҙарында уның бер нисә сорты үҫтерелә. Был майлы культураны урыу барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү маҡсатында баҫыуға юлландыҡ.
Бешкән иген төҫөндәге комбайндар, шулай уҡ сағыу төҫтәге КамАЗ-дар әллә ҡайҙан күренеп ултырғас, уларҙы табыуы ҡыйын булманы.
— Бөгөн ныҡ ҡырау төштө, шуғалыр инде, көнбағыштың дымлыраҡ булыуын әйтеп, бер аҙ ел һуҡҡансы эште туҡтатып торорға ҡушты агроном, — тип аңлатты буш тороуҙарын игенселәр.
Иң элек тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы урып-һуғыуға төшкәндәр. Быйылғы эҫе йәйҙә был культура былай ҙа ваҡытынан алда өлгөргән икән.Шул арала баш агрономдан эште башларға фарман алыу менән комбайнерҙар «баҫыу караптары»на ултырып, бер-бер артлы урыуға төшөп тә китте. Улар артынса Әлфир Илһамов, Мәүлит Истамбаев, Илгиз Сафин идара иткән машиналар ҙа ырҙын табағына ҡуҙғалды. МТС-тың тәжрибәле игенселәре Ильяс Ҡунаев һәм Вәзир Моталов менән бер рәттән был көндө комбайнға инженер Язар Йыһаншин ултырған ине.
— Эшләргә кеше булмағас, бөгөн үҙем сыҡтым, сөнки ҡыҙыу эш мәлендә, өҫтәүенә көндәр яҡшы торғанда техниканы буш ҡуйып булмай, — ти Язар. Эйе, егет кешегә етмеш төрлө һөнәрле булыу бер ҡасан да ҡамасауламай.
— Көнбағыштың уңышы гектарынан әлегә 11-14 центнерҙан килә. Бойҙай уртаса 9 центнерҙан бирҙе, — ти Азамат Бараков.
Комбайндар артынса «ДжонДир» тракторҙары баҫыуҙарҙы иңләй. Механизаторҙар быйыл бөтә баҫыуҙарҙы тулыһынса туңға һөрөп ҡалдырыу ниәтендә ал-ял белмәй эшләй.
— Ерҙе туңға һөрөү алымы быйыл үҙен айырыуса аҡланы. Нәҡ көҙҙән эшкәртелгән баҫыуҙар һәйбәт уңышы менән һөйөндөрҙө. Шуға ла предприятие етәкселеге тупраҡты көҙҙән эшкәртеп ҡалдырыуҙың файҙаһы ҙур икәнлеген күҙ уңында тотоп, заманса өр-яңы биш һабан менән тәьмин итте. Бөгөн Greqoire Besson һәм 4ПВН-84010 маркалы агрегаттар тағылған «ДжонДир»ҙар ер һөрә, — тип һөйләй был хаҡта Ишморат Мәһәҙей улы.
Туңға һөрөүгә механизаторҙар Марсель Әлимғужин, Радмир Әлимғужин, Булат Йыһаншин һәм Ирәмән Уйылдановтар йәлеп ителгән. Әйткәндәй, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында уҡып, тракторсы танытмаһы алған Радмир хеҙмәт юлын ошо предприятиела башлай һәм бишенсе йыл инде баҫыу эштәрендә ҡатнаша. Иген урһа ла, ер эшкәртһә лә, һәр саҡ юғары эшләнеш биргән йәш белгес район механизаторҙары араһында даими еңеүселәр иҫәбендә килә. Радмир Әлимғужиндың был мөһим ауыл хужалығы кампанияһында ла һынатмаҫына ышаныс ҙур.
— Бала саҡтан машина-тракторға ултырыу ине хыялым, — ти Радмир. — Мәктәптән һуң башҡа һөнәр алыу хаҡында уйламаным да. Таштимерҙә уҡып ҡайтыу менән МТС-ҡа эшкә килдем. Тракторҙа ла йөрөйөм, комбайнда ла эшләйем.
— Радмир йәш, әммә тәжрибәле игенсе. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған механизаторҙарҙың береһе ул, — тип маҡтай уны Ишморат Мәһәҙей улы.
Парға ҡалдырылған баҫыуҙы ла эшкәртеү алып барыла. Бөгөнгә 1900 гектар ер туңға һөрөлгән дә инде.
— Тракторҙар ҡеүәтле булғас, юғары эшләнеш бирәләр, тик күптәнән эшкәртелмәгән ерҙәрҙә төрәндәр тиҙ сафтан сыға. Шулай ҙа механизаторҙар тиҙ арала йүнәтеп ала ла, артабан эште дауам итә. Комбайн-тракторҙарҙың сафтан сыҡҡан өлөштәренә ҡайтанан «йән өрөүҙә» иретеп йәбештереүсе Булат Дауытовтың хеҙмәте ҙур. Беҙҙә, ғөмүмән, булдыҡлы, эшсән ир-егеттәр йыйылған. Улар менән бөтә эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы атҡарып киләбеҙ, — ти етәксе.
Ырҙын табағында эштәр барышы менән мөдир Сәғит Үҙәнбаев таныштырҙы.
— Баҫыуҙан килгән уңышты тура келәттәргә һалабыҙ. КамАЗ-дар килтереп ауҙарған симешкәне МТЗ тракторында Вәдит Дауытов буртҡа һала бара, эшселәр Радик Хәкимов, Нияз Вәлиев, Мирфат Ишкилдин ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңышты әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймай, бөртөгөнә тиклем һепереп өйөп ҡуялар, — ти мөдир. — Ә көҙгө байлыҡты һаҡлау төнгө ҡарауылсы Нияз Ғәтиәтуллин иңендә ҡала.
Йылдағыса, ураҡта ҡатнашыусылар өсөн һәйбәт шарттар булдырылған. Ҡыҙыу эштәр мәлендә өйҙәренә ҡайтып ваҡыт уҙғармай игенселәр, улар баҫыу станында ҡуйылған будкаларҙа йоҡлай. Көн оҙоно саң йотоп эшләгән ялан батырҙары өсөн һәр кис мунса яғыла, ашнаҡсылар Хәснә Махийәнова һәм Нәлифә Мәхмүтова тәмле аштар менән һыйлай. Алыҫ баҫыуҙа эшләгәндәргә йылы аш урынға алып барыла. Эш хаҡының ваҡытында түләнеүе лә етештереүсәнле хеҙмәткә дәртләндерә. Бына шулай көндө-төнгә ялғап ураҡ миҙгелен тамамлай МТС эшсәндәре.