+11 °С
Дождь
Кешеләр өсөн дә хәүефле булған был вирусты осоусы ҡоштар тарата. Хәл киҫкенләшкән осраҡта шәхси ихаталарҙа булған бөтә ҡош-ҡорт юҡ ителәсәк. Ошоға бәйле, район ветеринария хеҙмәте оҙаҡҡа һуҙмай өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуйыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Әлегә ҡоштарҙы ҡапҡа тышына сығармай ғына тотоу мотлаҡ. Ҡош-ҡорт сирләүе күҙәтелһә, кисекмәҫтән ветеринарҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.