А/хужалығы
6 Октября 2021, 05:50

Вирус Башҡортостанға ла килеп етте

Кисә генә күрше Силәбе өлкәһендә ҡош киҙеүе осраҡтары асыҡланған тип яҙғайныҡ, бөгөн уның республика биләмәһендә лә теркәлеүе билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан белдереүҙәренсә, Туймазы районының Бишҡурай ауылы янындағы «Алтын ҡаҙ» крәҫтиән-фермер хужалығында аҫралыусы ҡоштар эргәләге күлдә осоусы ҡырағай ҡоштар менән бергә йөрөгән. Әле эпизоотологик тикшеренеү башланған. Был хужалыҡта 5 мең баштан ашыу ҡаҙ үҫтерәләр. Ҡош киҙеүе вирусын таратыусы ҡырағай ҡоштар ошо ҡаҙҙарға инфекция йоҡторған тип фаразлана. Инфекция уларҙың нерв системаһын ҡаҡшата, тын алыуын ауырлаштыра һәм ҡоштар һәләк була.

Йыл башынан ҡош киҙеүе Рәсәйҙең 11 субъектында теркәлгән. Беҙгә яҡын урынлашҡан Силәбе, Ырымбур өлкәһе хужалыҡтары ҙур зыян күрә. Ветеринарҙар Башҡортостан халҡына ҡош-ҡортто йылға-күл буйҙарына сығармаҫҡа, кисекмәҫтән ҡышҡыллыҡҡа һуйып бөтөргә саҡыра. Сөнки вирус кешегә лә йоға һәм ауыр эҙемтәләргә килтерә. Ихатағыҙҙағы ҡош-ҡортта ниндәйҙер сир билдәләре күҙәтһәгеҙ, ветеринарҙарға ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Вирус Башҡортостанға ла килеп етте
Вирус Башҡортостанға ла килеп етте
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас