А/хужалығы
8 Октября 2021, 09:34

Һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара

Фермер В. П. Серпковтың хужалығы игенселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағын да уңышлы алып бара

Һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡараҺәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара
Һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара

Фермер В. П. Серпковтың хужалығы игенселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағын да уңышлы алып бара

— Ураҡ нигеҙҙә тамамланды. Шулай ҙа баҫыуҙа эштәр бар әле — киләһе йыл уңышы хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ. Баҫыуҙарға ферманан тиҙәк ташыйбыҙ, уның артынса тракторҙар ерҙе туңға һөрә, — тип һөйләй Владимир Павлович.
— Механизаторҙар Артем Вавилов, Айрат Мәхмүтов тиҙәкте ялан кәртәләрҙән сығарып өйөп, Алексей Поляков идаралығындағы МТЗ тракторына тейәп оҙатып тора. Баҫыуға ташыған трактор арбаһына ашлама таратҡыс ҡуйылған, уның ярҙамында тиреҫ һирпеп таратыла, — тип аңлатма бирә тиреҫ сығарыусылар эшенә бригадир Владимир Вайднер.
Фермер хужалығында лимузин, герефорд, симментал тоҡомло бөтәһе 300 баш мал аҫырала. 100 баш тоҡомло малды В. Серпков «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» программаһы ярҙамында алғайны. Дәүләт биргән ярҙам иҫәбенә шулай уҡ заманса малсылыҡ базаһы барлыҡҡа килде бында.
Тоҡомона ҡарап малдар төркөмдәргә бүленгән. Хужалыҡ ит йүнәлешендә эшләгәнлектән, һыйырҙар быҙаулағас та, быҙауҙары менән бергә тотола. Йәш үрсем бер аҙ нығынғансы малдар кәртәлә тора, йәй һәм көҙ көтөүлектәргә сығарыла. Уларҙы көтөү тәжрибәле малсы Владимир Греб иңендә.
Яңы быҙаулаған һыйырҙар быҙауҙары менән, шулай уҡ һимертеүгә ҡуйылған башмаҡтар кәртәлә аҫырала. Таналарҙы төп көтөүҙе яңыртыуҙа файҙаланалар, тоҡомло йәш мал башҡа хужалыҡтарға ла һатыла.
Тейешле ауырлыҡҡа еткән үгеҙҙәр иткә оҙатыла. Ҡуйылған талаптарға ярашлы, малдарҙы ферма биләмәһендә төҙөлгән цехта һуйып, эшкәртәләр, бында бер юлы алты баш түшкәне һаҡларлыҡ һыуытыу камераһы бар.
— Ҡышҡылыҡҡа мөмкин тиклем бесән-һалам әҙерләнек, сенаж да һалдыҡ, иген ҡалдығын да тупланыҡ. Малдарҙы әле үк өҫтәп ашатыу ойошторолған, — ти беҙ барғанда арпаны тарттырыу менән мәшғүл булған Владимир Вайднер.
Был эш тә үҙенә күрә механизацияланған. Трактор арбаһындағы иген үҙҙәре ҡулайлаштырып эшләгән торба аша туранан-тура тарттырғыс ҡулайламаға бара, унан он булып сыға, йәғни ашлыҡты биҙрә-тоҡ менән ташып йөрөргә кәрәкмәй.
Малсылыҡта ҡырҡ йылдан ашыу эшләгән бригадир Владимир Вайднер эш һайлап тормай, малдарға ашарға ла бирә, һыуын да эсерә.
— Фермала эш тулыһынса тиерлек механизацияланған. Һыйырҙарға мал аҙығы трактор ярҙамында таратыла. «Аҙыҡ бутағысҡа тейешле миҡдарҙа (уның үҙенең электрон үлсәгесе бар) сенаж, һалам, фураж, бесән, тоҙ һалына һәм ваҡланған аҙыҡты үҙе үк таратып та сыға. Бындай аҙыҡты мал әрәм-шәрәм итмәй, ҡалдырмай ашай, — тип һөйләй бригадир.
Хужалыҡта эштәрҙең уң барыуы, хужалыҡ етәксеһенән башлап, малсыларҙың, механизаторҙарҙың да үҙ эшен намыҫлы, урын-еренә еткереп башҡарыуына бәйле. Крәҫтиән-фермер хужалығы ерҙә ныҡлы баҫып торһон, үҫешһен өсөн бына ошондай берҙәмлек, фиҙаҡәрлек мөһим.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас