А/хужалығы
25 Октябрь 2021, 11:50

10 меңдән ашыу ҡош-ҡорт юҡ ителгән

Республикаға килеп ингән ҡош киҙеүе киҫкен саралар күрергә мәжбүр итә

Вирус осрағы тәүге булып теркәлгән Туймазы районында 10 меңдән ашыу ҡош-ҡорт яндырылған, тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында. Республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, вирус ҡоштарға ем, һыу аша күсә, шулай уҡ улар инфекциялы ҡырағай ҡоштар менән бер һыу ятҡылығында булһа, ауырыу йоҡтора. Инструкцияға ярашлы, ҡош киҙеүе асыҡланған бөтә хужалыҡтарҙағы ҡоштар юҡ ителергә тейеш. Шул уҡ Туймазы районының «Алтын ҡаҙ» фермер хужалығында аҫыралған 7 мең баштан ашыу ҡаҙ һәм 2 мең баш күркә яндырылған. Биләмәне дезинфекциялауға 50 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.

Әле лә Силәбе, Ырымбур өлкәләренән вирус үтеп инеү хәүефе ҙур. Шуға күрә ветеринарҙар оҙаҡҡа һуҙмай, шәхси ихаталағы өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуйып ҡалырға ашыҡтыра. Тауыҡтарҙы ла кәртәлә бикләп тотоғоҙ, күгәрсен, турғайҙар менән бер һауыттан ем ашауына юл ҡуймағыҙ.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас