А/хужалығы
26 Октября 2021, 06:01

Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай

Радик Ғайсин «Аграрий» ЯСЙ-һында эшләй. Эшмәкәрлеген техникаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаған агросәнәғәт предприятиеһында электр менән иретеп йәбештереүсе — кәрәкле кеше.

Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмайТырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай
Тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай

Радик Ғайсин «Аграрий» ЯСЙ-һында эшләй. Эшмәкәрлеген техникаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаған агросәнәғәт предприятиеһында электр менән иретеп йәбештереүсе — кәрәкле кеше. Ҡыш буйына баҫыу техникаһын, сәсеү, урып-йыйыу агрегаттарын ремонтлап, алда торған мөһим ауыл хужалығы кампанияларына әҙерләүгә үҙенең хеҙмәт көсө менән ҙур өлөш индерһә, яҙҙан-көҙгә тиклем, ваҡыттың һәр минут-сәғәте ҡәҙерле булған ҡыҙыу эштәр мәлендә, ҡыйраған-боҙолғанды баҫыу өҫтөндә йүнәтә. Хәҙерге заманда алмаш өлөштәр һатып алыу бик ҡиммәткә төшә, шуға күрә ауыл хужалығы тармағында ремонтлауға барғанды тергеҙеү, онталғанға яңы һулыш биреү күптән инде, сараһыҙҙан да, экономиялау маҡсатында ла ҡулланылған, төп алым. Тимергә йән өрөүсе оҫта ҡулдар барҙа эшлектән сыҡҡан техника ла тиҙ арала кире сафҡа баҫтырыла.
Радик сығышы менән Белорет районы Яңы Ағиҙел ауылынан. Хәмиттә үҫеп буй еткергән. 9-сы кластан һуң Таштимер һөнәрселек училищеһына, маҡсатлы рәүештә иретеп йәбештереүсегә уҡырға инә. Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж барлығын, бигерәк тә иретеп йәбештереүселәргә ҡайҙа ла эш табыласағын шул ваҡытта, үҫмер генә килеш, асыҡ күҙаллай ул. Ләкин йәшлек йылдарында үҙ теләге буйынса балта оҫтаһы булып, байтаҡ осор ялланма хеҙмәттә йөрөй. Белгән эш — беләк талдырмай тигәндәй, ҡулаҡса табыуҙың был ысулы ҡул араһына ингәненән ҡанына һеңгән уның. Ағас эшенең рәт-сиратына өйрәткәне өсөн мәрхүм үгәй атаһы Ғиниәт Ғәбитовҡа ысын күңелдән рәхмәтле. Аҙаҡ, шәхси йорт күтәргәнендә лә, ғаиләлә, училищела үҙләштергән тәжрибәһе һәм һөнәренең кәрәге күп тейгән.
«Аграрий» ЯСЙ-һында Радик Рафиҡ улы бишенсе йыл эшләй. Ошо ваҡытта рәсми рәүештә теркәлеп эшләүҙең өҫтөнлөктәрен, әлбиттә, тоймай ҡалмаған. Тотороҡло эш хаҡы, социаль гарантиялар булыуы менән уңайлы, ти ул. Ишле ғаилә башлығы өсөн былар бик мөһим. Ә иң ҡыуаныслыһы «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы сиктәрендә йорт төҙөүгә субсидия алыуы булған. Мәғлүм булыуынса, агросәнәғәт комплексында эшләүселәр был программала ҡатнашыуҙа ҙур өҫтөнлөк менән файҙалана, өҫтәүенә ғаилә күп балалы ла булһа, алғы сиратҡа күсерелә. Дәүләт ярҙамын файҙаланып, дүрт бала үҫтереүсе Гөлнәзирә һәм Радик Ғайсиндар район үҙәгендә үҙ көстәре менән башлаған төҙөлөштө тамамлап, быйыл яңы йорт туйлаған.
Һәм тағы ла: тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡалмай — Радик Ғайсиндың агросәнәғәт тармағындағы фиҙаҡәрлеге БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Тормошо бер-бер артлы ҡыуаныслы ваҡиғалар менән үрелгәндә уға артабан ең һыҙғанып эшләргә һәм ҡолас ташлап донъя көтөргә генә ҡала.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас