Етен майы Европа илдәрендә һорау менән файҙаланыла. Сираттағы 796 тонна тауар Латвияға тимер юлы менән оҙатыла. Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы экспортҡа тигән продукцияны һынау лабораторияһында тикшергән. Уларға фитосанитар сертификаттар тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән илдә милли проекттар тормошҡа ашырыла. Уларҙың береһе "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сит илгә тауар сығарыуҙы арттырыуға йүнәлтелгән.