А/хужалығы
29 Октября 2021, 05:53

Ҙур рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!

Күптән килгән традицияға тоғро ҡалып быйыл да, әлбиттә, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, район мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде. 

Ҙур рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!Ҙур рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!
Ҙур рәхмәт һеҙгә, игенселәргә!

Күптән килгән традицияға тоғро ҡалып быйыл да, әлбиттә, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, район мәҙәниәт һарайында ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде. Был көндө тармаҡта юғары эшләнешкә өлгәшкән хужалыҡтар етәкселәре, фермерҙар, комбайнсылар, механизаторҙар, водителдәр, һөтсөлөк фермалары мөдирҙәре хөрмәтләнде.

— Быйылғы йыл ауыл хужалығы тармағы өсөн әллә ни шәптән булманы. Иртә яҙҙан көҙгә хәтлем дауам иткән эҫелек, ямғыр яумауы уңышҡа йоғонто яһаны. Шулай ҙа ошондай ҡатмарлы шарттарҙа аграрийҙарыбыҙ һынатманы: заманса технологиялар үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, мөмкин тиклем уңыш йыйып алынды. Быға, һуңғы йылдарҙа техника паркының, ауыл хужалығы ҡорамалдарының байтаҡҡа яңыртылыуы ла булышлыҡ итте. Етәкселәрҙең һәм белгестәрҙең эште оҫта ойоштороуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ниндәй генә техника менән, ниндәй генә алдынғы технологиялар ҡулланылмаһын, бөтә эштәрҙә төп көс — кешеләр. Көндө-төнгә ялғап, ал-ял белмәй үҙ эштәрен намыҫлы атҡарып сыҡҡан игенселәр оло хөрмәткә лайыҡ, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов үҙенең тәбрикләү телмәрендә.
Илдар Таһир улы әйтеүенсә, район аграрийҙары йыйып алған тулайым иген 60 мең тонна тәшкил иткән, 45,3 тонна һөт һауып алынған, тере ауырлыҡта 7 мең тонна ит етештерелгән. Район буйынса иген культуралары уңышы гектарынан уртаса 13,7 центнер иҫәпләнә.
— Был — Урал аръяғы райондары араһында иң яҡшы күрһәткес. Дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индергән бөтә игенселәргә, техника ремонтлаусыларға, белгестәргә, етәкселәргә рәхмәт. Малсылыҡ тармағын үҫтереүгә бар көстәрен һалған малсылар ҙа маҡтауға лайыҡ. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында 31 мең баш мал иҫәпләнә. Шуларҙың 14 меңе – һыйырҙар, — тип дауам итте район башлығы.
Малсылыҡҡа ныҡлы нигеҙ булһын, мал яҡшы ҡышлаһын өсөн етерлек күләмдә мал аҙығы туплау мөһим. Ауыл эшсәндәре был бурысты ла теүәл үтәүгә өлгәшкән.
«Красная Башкирия» хужалығының Озерный һөтсөлөк-тауар фермаһы, Ә. Р. Мортазин крәҫтиән-фермер хужалығының Нияҙғол фермаһы, «Завет» ЯСЙ-һының Первомай фермаһы коллективтары йәйге осорҙа мул һөт алыуға өлгәшкән.
— Ауыл хужалығының төп байлығы һеҙ — хөрмәтле игенселәр, малсылар, был уңыштар һеҙҙең намыҫлы, тырыш хеҙмәтегеҙ менән яуланды, — Илдар Таһир улы ауыл эшсәндәренә фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәттәре, крәҫтиән бурысына тоғролоҡтары өсөн оло рәхмәт йөҙөнән район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Республикала йәштәрҙе ауылға эшкә йәлеп итеүсе «БР агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү программаһы» эшләп килә. Беҙҙең районда йәш белгестәр өсөн заманында Әбйәлилдең алдынғы ҡарашлы етәксеһе булған Милләт Ташбулат улы Хәкимов исемендәге премия булдырылған. «Коммунальник» ЯСЙ-һы директоры Д. Ә. Аллаяров йыл һайын премияға лайыҡ булған йәш белгесте дәртләндереүгә аҡса бүлә. Быйыл 20 мең һум күләмендәге премияға «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы агрономы Илһам Әхмәтйәнов лайыҡ булды.
— Һуңғы йылдарҙа М. Хәкимов исемендәге премияны нигеҙҙә «Красная Башкирия» АХК-һы белгестәре ала. Был хужалыҡта йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеүгә, уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ ителә тигән һүҙ. «Красная Башкирия» элек-электән кадрҙар әҙерләүсе хужалыҡ булды. Ошонда эш башлап, бөгөн районда ғына түгел, республика кимәлендә эшләп йөрөгән белгестәр, етәкселәр аҙ түгел, — тине район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов.
Байрам тантанаһын район мәҙәниәтселәренең дәртле бейеүҙәренән, моңло йырҙарынан торған тамаша биҙәне.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас