А/хужалығы
9 Ноября 2021, 05:45

Телеңде йоторлоҡ итле ризыҡ етештереү оҫталары

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан райондың алдынғы механиазаторҙары, комбайнерҙары, водителдәре, малсылары менән бер рәттән үҙ өлкәһендә юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре лә билдәләнде.

Телеңде йоторлоҡ итле ризыҡ етештереү оҫталарыТелеңде йоторлоҡ итле ризыҡ етештереү оҫталары
Телеңде йоторлоҡ итле ризыҡ етештереү оҫталары

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан райондың алдынғы механиазаторҙары, комбайнерҙары, водителдәре, малсылары менән бер рәттән үҙ өлкәһендә юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре лә билдәләнде.

Байрам уңайынан бындай хөрмәткә «Әбйәлил» ауыл хужалығы кооперативының производство мөдире Гөлнара Вәлиева менән бригадир Рәмилә Низамова лайыҡ булды, уларға район хакимиәтенең рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Гүзәл заттар икеһе лә сауҙа, халыҡ хеҙмәтләндереүе тармағында оҙаҡ йылдар эшләп тәжрибә туплаған кешеләр. «Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, билдәле булыуынса, табыш килтереүсе тармаҡтар проекты сиктәрендә 2019 йылда төҙөлгәйне. Ауыл хужалығы министрлығы үҙебеҙҙә етештерелгән продукттарҙы популярлаштырыу маҡсатында иғлан иткән конкурста ҡатнашып, кооператив өс миллион һумға яҡын грант отто. Дәүләттән алынған ошо ярҙамға кооператив ағзалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иттән ярымфабрикаттар әҙерләү өсөн цехҡа тейешле ҡорамалдар һатып алды һәм ул уңышлы эшләп килә.
«Әбйәлил» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етештергән тәмле лә, сифатлы ла билмән-кәтлит, манты-голубцы, фрикадельки кеүек изделиеларҙы халыҡ теләп һатып ала. Ул ғына түгел, күптәр туйҙарға һәм юбилейҙарға нәҡ ошо кооперативтан заказ буйынса ярымфабрикаттар эшләтә.
— Беҙҙең продукцияға ихтыяж бик ҙур. Райондағы «Магнит», «Пятерочка» кеүек ҙур магазиндарҙан тыш, башҡалары барыһы ла беҙҙә етештерелгән итле ризыҡтарға даими заказ бирә. Иттән әҙерләнгән ярымфабрикаттарҙы райондың бөтә ауылдарына ла ташыйбыҙ. Шулай уҡ Баймаҡ районының бер нисә ауылы магазиндары менән дә эшләйбеҙ, — тип һөйләй Рәмилә Наил ҡыҙы. — Ошо арала Бөрйән районы менән хеҙмәттәшлек итә башлаясаҡбыҙ, әлегә күптән түгел эш башлаған ике магазиндан заявка килде лә инде.
Эш башлаған тәүге мәлдәрҙә айына 1-1,5 тонна продукция етештерелһә, уҙған айҙа, мәҫәлән, оҙатылған продукция миҡдары өс тоннаға еткән. Әлбиттә шунса ҙур күләмде эшләп өлгөртөр өсөн эш ике сменала ойошторолған.
— Беҙҙә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр тупланған. Шуға ла кооперативта етештерелгән ит изделиеларына һатып алыусыларҙан дәғүә юҡ, — ти бригадир.
«Әбйәлил» кооперативы продукцияһының халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыуында, унда эшләүселәр менән бер рәттән, эште ойоштороу һәм продукцияның сифаты өсөн яуаплы Гөлнара Зәбир ҡыҙы менән Рәмилә Наил ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ, минеңсә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас