А/хужалығы
12 Ноября 2021, 05:32

Ауыл хужалығында кәрәкле белгес

Иҡтисадсы көнө Рәсәйҙә 2015 йылдан рәсми рәүештә билдәләнә. Ошо һөнәр эйәһе булған Гүзәл Мостафина был өлкәгә ике тиҫтә яҡын ғүмерен биргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығында кәрәкле белгесАуыл хужалығында кәрәкле белгес
Ауыл хужалығында кәрәкле белгес

Ошо һөнәр эйәһе булған Гүзәл Мостафина был өлкәгә ике тиҫтә яҡын ғүмерен биргән. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлағас Гүзәл Сибай ҡалаһындағы сауҙа-иҡтисад колледжында иҡтисадсы дипломын алып сыға, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлай. Был предприятиела бухгалтер булып та эшләргә тура килә уға. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Мәскәү ҡулланыусылар кооперативының Өфө филиалында иҡтисад буйынса юғары белем ала тырыш ҡыҙ.
2011 йылдан Гүзәл Рәшит ҡыҙы — район ауыл хужалығы идаралығы иҡтисадсыһы.
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы булған Гүзәл Мостафина хеҙмәттәштәре араһында оло абруй ҡаҙанған.
Эшендә өлгөлө хеҙмәткәр өйөндә хәстәрлекле әсә, уңған хужабикә. Тормош иптәше Әғләм Марат улы менән ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр: улдары Ильяс быйыл сығарылыш класы уҡыусыһы булһа, Гөлли алтынсы класта уҡый.
Әйткәндәй, Асҡар ауылының хөрмәтле кешеләре — Фәрүәз һәм Рәшит Рәхмәтуллиндар (үкенескә күрә, бөгөн улар икәүһе лә мәрхүм — авт.) ғаиләһендә тыуып үҫкән өс ҡыҙ ҙа иҡтисадсы һөнәрен һайлаған. Гүзәлдең апайҙары Эльвира менән Земфира аграр университетта иҡтисадсы белеменә эйә булғандар. Эльвира район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында үҙ һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп йөрөй, Земфира иһә Өфөлә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас