

Республика хужалыҡтарында 428 яңы трактор, 200 иген йыйыу һәм 34 мал аҙығы йыйыу комбайны, 700-ҙән ашыу берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, башҡа техника бар. 2011 йылдан республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы эшләй. Уның сиктәрендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға сығымдарҙың яртыһына тиклем субсидия бирелә.
Ауыл хужалығын техник модернизациялауҙа ла "Росагролизинг" акционерҙар йәмғиәтенең льготалы программалары ҙур роль уйнай: йыл башынан алып республика предприятиелары компания менән 2,1 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Әлеге ваҡытта "Росагролизинг" 1,9 миллиард һумлыҡ 354 берәмек техника алған. Ғинуар-октябрҙә төбәктә 2,7 меңдән ашыу ауыл хужалығы машинаһы һатып алынған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда күберәк хужалыҡтар техника паркын яңыртҡан.