А/хужалығы
19 Ноября 2021, 12:10

Тағы бер районда ғәҙәттән тыш хәл

Ҡоштар сирләй...

Благовар районында ҡош киҙеүе осрағы асыҡланыуы сәбәпле, биләмәлә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итергә мәжбүр булғандар. Благовар ҡоштарының инфекция йоҡтороуында күсмә ҡоштар өйөрө ғәйепле, тип фаразлайҙар. Әле урында киҙеүҙең артабан таралмауы буйынса саралар күрелә, район сиктәрендә постар ҡуйылған, бөтә автомобилдәр санитар эшкәртеү үтә.

Ихатағыҙҙа ҡош-ҡорттоң нисектер ауырыуын күрһәгеҙ БР Ветеринария идаралығына шылтыратып кәңәшләшә алаһығыҙ: 8-800-755-58-28 (шылтыратыу бушлай).

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас