А/хужалығы
26 Ноября 2021, 04:25

Башҡортостанда ҡарабойҙай уңды

Башҡортостан Рәсәйҙә  ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил аграрийҙары 1 миллион тоннанан артыҡ ҡарабойҙай йыйып алған, был уҙған йылғы күрһәткестән 66 мең тоннаға күберәк. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында күҙаллауҙарынса, быйыл ярма культураһының тулайым йыйымы 2020 йылдағынан артып китәсәк һәм эшкәртеү предприятиеларын тулы күләмдә тәьмин итәсәк.

Тулайым йыйымдың 75 проценты Башҡортостан Республикаһы, Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләренә тура килә. Дөйөм  алғанда, ҡарабойҙай Рәсәйҙең 49 субъектында үҫтерелә. Башҡортостан аграрийҙары быйыл, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ҡарабойҙайҙан  мул уңыш алды: 48 мең гектарҙан  35 мең тоннанан артыҡ ҡарабойҙай ашлығы һуғып алынды.

Был "Ауыл хужалығы" милли проектының  республикала һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуын иҫбатлай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас