2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 15,5 миллиард һумдан ашыуға 640 ташламалы кредит алған. Шуның 443-ө - 12,8 миллиард һумға ҡыҫҡа ваҡытлы, предприятиеларҙың әйләнештәге аҡсаһын тулыландырыуға. Уның ҡалған өлөшөн инвестицион кредиттар тәшкил итте. «Шуныһы мөһим: бөгөн республика аграрийҙарының ташламаалы кредитлау федераль программаһы буйынса финанс ресурстары йәлеп итеү мөмкинлеге бар, уның буйынса процент ставкаһы йылына 1-5 процент тәшкил итә. Иҡтисад буйынса дөйөм алғанда инфляция 8,5% самаһы булғанда, тәҡдим ителгән шарттар бик уңайлыбулып тора, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Программаның төп үҙенсәлеге шунда: агросәнәғәт комплексы ойошмалары кредитты түбәнәйтелгән процент ставкаһы буйынса ала, ә дәүләттән компенсациялауға субсидиялар туранан-тура банктарға йүнәлтелә. Республикала программаның төп йүнәлеше - кредитҡа ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу.