А/хужалығы
14 Января 2022, 10:35

Фермерлыҡты үҫтереүгә иғтибар арта

1 ғинуарҙан ауыл хужалығы тармағында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар артты һәм уларҙың хужаларына дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Атап әйткәндә, үҙмәшғүлдәргә йәшелсә, картуф, һөт етештереүгә, ит өсөн үрсетелгән малдарҙы арттырыуға киткән сығымдарҙы ҡайтарыуға финанс ярҙам тураһындағы төбәк программалары күҙ уңында тотола. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

1 ғинуарҙан ауыл хужалығы тармағында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә иғтибар артты һәм уларҙың хужаларына дәүләт программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Атап әйткәндә, үҙмәшғүлдәргә йәшелсә, картуф, һөт етештереүгә, ит өсөн үрсетелгән малдарҙы арттырыуға киткән сығымдарҙы ҡайтарыуға финанс ярҙам тураһындағы төбәк программалары күҙ уңында тотола.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектыбуйынса ғәмәлгә ашырылған бындай ярҙам 2030 йылға тиклем илдә эшҡыуарҙар һанын 25 миллион кешегә еткереү бурысын ҡуя. Шул иҫәпьән фермерҙар һанын арттырыу ҙа, агроэшҡыуарлыҡты үҫтереү күҙ уңында т отола.

 Бөгөн ауыл хужалығы тауарының 40 проценты шәхси хужалыҡтарға тура килә, тағы ла 15 процентын фермерҙар етештерә. Улар халыҡты аҙыҡ-түлек тауары менән тәьмин итеүгә һиҙерлек өлөш индерә, ауылдағы мәшғүллекте күтәреүгә булышлыҡ итә һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүҙе ҡеүәтләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас