А/хужалығы
20 Января 2022, 12:09

Ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә дәүләт ярҙамы була

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаттары республика бюджеты иҫәбенә ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күрһәтелергә тейешле төп йүнәлештәр исемлеген киңәйтергә тәҡдим итте.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы тауары  етештереүселәренә дәүләт ярҙамы булаАуыл хужалығы тауары  етештереүселәренә дәүләт ярҙамы була
Ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә дәүләт ярҙамы була

Атап әйткәндә, был исемлеккә яҡшыртылған характеристикалы ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлек етештереү инәсәк, йәғни тик сифатлы сеймал һәм «таҙа» технологияларҙы файҙаланыуҙы, ген инженерияһы алымдарын, ионлы нурланыш ҡулланыуҙы тыйыуҙы күҙ уңында тота.. Дәүләт ярҙамы кредит ресурстарының асыҡлығын арттырыу, страховкалау, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ эсенә ала. Юғары талаптар төргәккә лә ҡуйыла, ул ҡабаттан эшкәртелә торған йәки биотарҡала торған материалдарҙан эшләнергә тейеш. Экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү магазиндарыбыҙҙа продукцияның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк һәм халыҡтың һаулығында ыңғай сағыласаҡ, тип һанай Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас