А/хужалығы
20 Января 2022, 12:15

Башҡортостанда сәсеүгә сығымдарҙың өс миллиардҡа артыуы ихтимал

Башҡортостан аграрийҙарының 2022 йылғы сәсеү кампанияһына сығымдары 20 миллиард һум тәшкил итә.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда сәсеүгә сығымдарҙың өс миллиардҡа артыуы ихтималБашҡортостанда сәсеүгә сығымдарҙың өс миллиардҡа артыуы ихтимал
Башҡортостанда сәсеүгә сығымдарҙың өс миллиардҡа артыуы ихтимал

    Был 2021 йылға ҡарағанда 3 миллиардҡа күберәк. Яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға сығымдарҙың бер өлөшө йылына 1-5% ставкаһы буйынса льготалы кредиттар формаһында йәлеп ителәсәк. 2021 йылда республика аграрийҙары 12,8 миллиард һумға ташламалы  кредит алған. Шуларҙың яртыһы тиерлек - 6 миллиард - сәсеү үткәреүгә йүнәлтелгән. Былтыр республикала яҙғы баҫыу эштәренең хаҡы 16,5 миллиард һумға баһаланды, был 2019 йылғы кимәлдән 11,6 процентҡа күберәк ине. Быйыл республикала сәсеүлектәргә бүленгән дөйөм майҙан бер аҙға артасаҡ һәм 2,835 миллион гектарға етәсәк. Башҡортостан  Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, быйыл ҡарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, тупраҡта дым запасы ғәҙәттәгенән аҙыраҡ. Шуға, яҙғы дымды мөмкин тиклем файҙалы ҡулланыр өсөн сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау мөһим. Шул уҡ ваҡытта әле үк ашламаларҙы етәрлек күләмдә туплап, әҙерләргә кәрәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас