

Башҡортостандың сит илдәргә продукцияһын оҙатҡан агросәнәғәт предприятиелары ташламалы кредиттар алыуға хоҡуҡлы.
25 ғинуарҙан конкурентлылыҡҡа һәләтлелек күтәреү тураһындағы килешеүҙәргә заявкалар ҡабул ителә башлай.Документтар ауыл хужалығы тауарын етештергән, уны эшкәрткән һәм сит илдәргән һатҡан предприятиеларҙан ҡабул ителә.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған
бындай килешеүҙәр кредитты йыллыҡ 5 процент менән алырға мөмкинлек бирә.
Документтарҙы түбәндәге адрес буйынса республиканың ауыл хужалығы министрлығына ебәрергә кәрәк: 450008, Башҡортостан, Өфө, Пушкин урамы, 106, электрон почта: shapranova.os@bashkortostan.ru.
Документтар 2022 йылдың 19 декабренә тиклем ҡабул ителә.