А/хужалығы
27 Января 2022, 03:10

Яңы агросәнәғәт паркын булдырырға ниәтләйҙәр

Парк төҙөү концепцияһын Башҡортостан  Хөкүмәте менән республиканың Үҫеш корпорацияһы берлектә  әҙерләгән.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Проектҡа ярашлы, агросәнәғәт паркы ауыл хужалығы етештереүселәрен  үҙ продукцияһын  етештереү, һаҡлау һәм һатыу өсөн тейешле инфраструктура менән тәьмин итәсәк. «Юл-Ай» яңы агросәнәғәт паркын Салауат районында  Ишембай ауылы эргәһендәге М-5 «Урал» федераль автотрассаһы янында урынлаштырырға күҙаллайҙар. Уның дөйөм майҙаны 8,5 гектар  тәшкил итеүе ихтимал. «Бындай  проектты тормошҡа ашырыу төбәктең ауыл хужалығы тармағын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең һанын арттырыуға мөһим аҙым буласаҡ», - ти  Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Нәйлә  Ғәббәсова.  Проектҡа ярашлы объектты төҙөү дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын файҙаланыуға нигеҙләнә, уның һөҙөмтәһендә йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын төҙөү, яңыртыу, реконструкциялау, хеҙмәтләндереү һәм файҙаланыу буйынса функциялар шәхси секторға тапшырыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас